+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Көслөләргә тауҙар буйһона

Барыбыҙға ла яҡшы таныш блогер, Башҡортостан егете Рөстәм Нәбиев икенсе тапҡыр Эльбрус тауын яуланы.

Көсләләргә тауҙар буйһона
Көсләләргә тауҙар буйһона

Был юлы ул 5621 метр бейеклеккә күтәрелде.

Ҡар тауының ни тиклем дә ҡырыҫ булыуына ҡарамаҫтан, Омск ҡалаһындағы хәрби казармала булған һәләкәттә аяҡһыҙ ҡалған ныҡышмал Рөстәм 11 сәғәт буйы тиерлек көслө ҡулдары ярҙамында ғына күтәрелә. Хәҙер инде беҙҙең десантсы егетебеҙ ҡулдарында ғына Эльбрустың ике түбәһенә лә менеп еткән донъялағы берҙән-бер кеше. Тауҙың иң осонда Сафия ҡыҙының аманатын үтәп, уйынсығын да ултыртып ҡуя әле. Рәсәйҙең иң бейек үрен ул беренсе тапҡыр 2020 йылдың сентябрь айында яулағайны. Маладис, Рөстәм, һин был юлы ла булдырҙың! 

Фото: Instagram rustam_nabiev92

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: