+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Батырҙар беҙҙең арала
10 Сентябрь 2021, 15:00

Һай, үҙебеҙҙең егеттәр!

Быйылғы август ныҡ тетрәндергес булды.

Һай, үҙебеҙҙең егеттәр!
Һай, үҙебеҙҙең егеттәр!

Әбеш биләмәһендә ҡот осҡос янғындар башланып китте. Ут-ғәрәсәт бөтә ерҙе ялмап алды. Былай ҙа ҡоролоҡтан, ныҡ эҫелектән яфа сиккән халыҡ өсөн оло бәлә килде.
Был ҙур һынау алдында ауылдаштарым ҡаушап, баҙап ҡалманы. Бер­ҙәмлек өлгөһө күрһәтеп, янғынды һүндереүгә бөтәһе лә дәррәү күтәрелде. Әлбиттә, был көрәштә беҙ яңғыҙ түгел инек. Янғынды туҡтатыу өсөн райондарҙан, ҡалалар­ҙан ирекмәндәр килеп етте. Уларға һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Урман хужалығы министрлыҡтарына ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Республика Башлығы ла хәлде белешеп торҙо.
Ә шулай ҙа төп янғын һүндереү эше, ут менән алыш үҙебеҙҙең ауыл кешеләре иңенә төштө. Районыбыҙ етәксеһе Рөстәм Динислам улы Шәрипов менән Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысов был көрәштә башлап йөрөүсе булып, иң алғы сафта йөрөнө. Шундай ҙур хәүеф янағанда беҙҙең мәктәп уҡыу­сылары ла ситтә тороп ҡалманы. Өлкәндәр тыйып ҡараһа ла, егеттәребеҙ үҙҙәренең теләге менән янғын һүндереүгә ҡушылып китте. Әлбиттә, был ҡурҡыу белмәҫ уҡыусыларға уттан һаҡланыу сараларын өйрәтеп, аңлатып ҡына торҙолар.
Бына белеп ҡуйығыҙ, кемдәр беҙҙең йәш батырҙарыбыҙ! Улар – Кәрим Ибраһимов, Ирәндек Юнысов, Ғәзинур һәм Айнур Ҡыҙрасовтар, Тимерхан һәм Артур Әминевтәр, Бәхтийәр Рәшитов һәм Рәүил Бикташевтар! Белем көнөндә үҙҙәрен Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов Почёт грамотаһы менән бүләкләне. Әйткәндәй, мәктәптә уҡыуҙар башланыр алдынан «Беҙ янғынға ҡаршы!» акцияһы ла ойошторолдо. Һүрәттәр конкурсында бигерәк тә кескәйҙәр әүҙемлек күрһәтте.

Алһыу АҠЪЮЛОВА,
мәктәп директоры урынбаҫары.
Хәйбулла районы,
Әбеш мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: