+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Батырҙар беҙҙең арала
7 Октябрь 2021, 12:50

Ныҡ һәм сыҙамлы егет һин, Рөстәм!

Рөстәм Нәбиев Непалдың 8163 метр бейеклектәге Манаслу тауының түбәһенә күтәрелде.

Ныҡ һәм сыҙамлы егет һин, Рөстәм!
Ныҡ һәм сыҙамлы егет һин, Рөстәм!

Күптәнге танышыбыҙ, элекке десантсы Рөстәм Нәбиевкә ғәҙәти йәшәү рәүеше алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә бер ни ҙә ҡамасауламай. Ике тапҡыр тик ҡулдары ярҙамында Эльбрус тауына үрмәләп, Гиннесстың рекордтар китабына ингән кеше ул. Хәҙер  инде Рөстәм донъяла тәүгеләрҙән булып Непалдағы Манаслу тауының түбәһенә тик ҡулдарында менеп еткән тәүге кеше булды.

"Һигеҙ меңлек бейеклек  – үлем зонаһы, бында барыһы ла күтәрелә алмай, кешелек мөмкинлектәренең сиге, ә минең осраҡта был ике тапҡырға ҡабатлана, –  тип яҙҙы Рөстәм социаль селтәрҙә. – Ошо аҙымым миллиондарса кешеләргә ауырлыҡтар алдында бирешмәҫкә, төшөнкөлөккә бирелмәйсә ҙур һөҙөмтәләргә ирешергә була тигән саҡырыу булып барһын.  Мин быны үҙем өсөн генә түгел, ә бөтәбеҙ өсөн дә эшләйем".

 Манаслу тауы – бейеклеге буйынса һигеҙенсе урында. Унда үрмәләүе бик хәүефле, үлем осраҡтары – 17 процент. Түбәгә күтәрелгәндә юл буйы  лавиналар, боҙлауыҡтар һәм ярылып ятҡан ҙур һәм тәрән боҙ ярыҡтары бик йыш осрай.

Фото: rustam_nabiev92

 

Ныҡ һәм сыҙамлы егет һин, Рөстәм!
Ныҡ һәм сыҙамлы егет һин, Рөстәм!
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: