+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
6 Июнь 2021, 14:34

Һәр саҡ татыу булдыҡ

Иҫке Бәпес мәктәбендә дүртенсе синыфты тамамланыҡ. Уҡытыусыбыҙ Гөлгөнә Марат ҡыҙы Ҡолоҡаева беҙҙе беренсе синыфтан матур итеп яҙырға, тасуири уҡырға, һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәренә өйрәтте.

Дәрестәрҙән тыш, бергәләп киноға, музейҙарға ла йөрөнөк. Һәр бер байрамға матур йырҙар, бейеүҙәр ҙә өйрәндек.

Синыфыбыҙ бик татыу булды, тырышып уҡыныҡ, синыфтан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Гөлгөнә апайыбыҙға киләһе уҡыу­сыларының да тәртипле, тырыш булыуҙарын теләйбеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт, ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

Гөлназ ХӘЛИТОВА.

Ҡырмыҫҡалы районы, Иҫке Бәпес мәктәбе.
Читайте нас: