+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
11 Декабрь 2021, 14:35

Эфирҙа – Белорет гимназистары

Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы былтыр 20 йыллығын билдәләгәйне. Был белем усағы ҡалала алдынғыларҙан һанала.

Эфирҙа – Белорет гимназистары
Эфирҙа – Белорет гимназистары

Исеме есеменә тура килеп, унда уҡыусыларҙы милли рухта тәрбиәләү буйынса ла ҙур эш алып барыла. Гимназияның «Бәйләнештә»ге «Арғымаҡ» тип аталған төркөмөнөң эше менән ҡыҙыҡһынып, даими күҙәтеп барабыҙ. Унда «Төркөм башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телдә иркен аралашыусыларҙы дәртләндереү маҡсатынан һәм гимназияла барған хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырып барыу теләгенән, шулай уҡ уҡыусыларҙың видео төшөрөү һәләттәрен хуплау, журналистика башланғыстары менән таныштырыу ниәтенән булдырылды», – тигән яҙыу беркетелгән.

«Арғымаҡ»тағы тәүге яҙмалар башҡорт теле аҙналығында уҙған сараларҙы яҡтыртыуға арналған. Төркөмдөң һәм гимназия телевидениеһының эшен йәнләндереүҙә ул мәлдә VIII cиныфта уҡыған ҡыҙҙар: Азалиә Вәлиева (видеооператор), Наҙгөл Заһитуллина һәм Ирада Ғәлиуллина (хәбәрселәр) күп көс һала. Улар ҙур теләк менән «БашГим TV» тапшырыуҙарын эфирға сығара.
– 2018 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡаһарманова беҙгә үҙебеҙҙе журналис­тика өлкәһендә һынап ҡарарға тәҡдим итте. Был мине һәм синыфташтарымды бик ҡыҙыҡһындырҙы һәм тиҙҙән «Арғымаҡ» төркөмөндә тәүге репортажыбыҙ сыҡты. Әле бына өс йыл инде яратҡан уҡытыусыбыҙ етәкселегендә төрлө видеолар төшөрәбеҙ. Иң башта Сәриә Мөхәмәтйән ҡыҙы беҙгә видео төшөрөү, яҡшы кадр һайлау, текст төҙөү буйынса ярҙам итте, аҙаҡ инде оҫтарып китеп, тулыһынса үҙ аллы эшләй башланыҡ. Әлбиттә, һорауҙар килеп сыҡһа, кәңәш һорап барабыҙ. Эшебеҙ күбеһенсә төрлө кешеләр менән осрашыу һәм уларҙан интервью алыуҙан тора, был беҙгә бик оҡшай. Тик эш араһында ғына бәләкәс ҡыйынлыҡтар осрай, мәҫәлән, видео төшөрөр өсөн уңайлы урын табыу. Репортаждарҙы әҙерләүҙә миңә иң оҡшағаны – төрлө кешеләр менән танышыу, яңы мәғлүмәттәр белеү. Интервью алыу бик мауыҡтырғыс, ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ, – ти хәбәрсе Наҙгөл Заһитуллина.
Хәҙер уларға Ильяс Шаһийәзданов менән Арыҫлан Хөсәйенов та ярҙам итә икән. Туғыҙынсыла уҡыған был уҡыусылар бар ерҙә лә әүҙемдәр: ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолған драма түңәрәгенә йөрөйҙәр, уҡыуҙа ла алдынғылар, барыһы ла музыка мәктәбендә төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Әйткәндәй, ошо арала улар балалар өсөн әҙерләнгән «Батыр әтәс» әкиәт-спектаклен ҡуясаҡ. «БашГим ТВ»ға алмашҡа йәш журналис­тар ҙа үҫеп килә. Һигеҙенсенән Айтуған Сәлихов менән Ләйлә Үтәбаева ла видеотапшырыуҙар алып бара башлаған.
Гимназия тормошон күрһәтеүҙән тыш, төрлө урындарҙа эшләп йөрөгән элекке сығарылыш уҡыусыларынан, ветеран уҡытыусыларҙан интервью алалар, фәһемле саралар, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар менән таныштыралар.
«Арғымаҡ» төркөмөндә уҡыусылар өсөн ойошторолған конкурстар ҙа туған телебеҙҙе байытыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән. Төрлө байрамдарға арналған тематик бәйгеләрҙә яҙмалар башҡорт телендә генә була. Бәләкәй иншаларҙы уҡыһаң, видеосығыштарҙы ҡараһаң, күңелдәр күтәрелеп китә.
– Төрлө олимпиада, конкурстарҙа гимназиябыҙ уҡыусылары ҡала, төбәк, республика һәм Рәсәй кимәлдәренә үтә. Беҙҙекеләр Өфө, Мәскәү һымаҡ ҙур ҡалаларға барып, уңышҡа өлгәшеп ҡайта. Иң ҡыуандырғаны призлы урын алыуҙары инде. Хатта ундай уҡыусынан интервью алғанда ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осрашҡанын һәм призлы урын алғанын ишет­һәң, беҙ бит уның менән бер синыфта йәки бер мәктәптә уҡыйбыҙ, тип ғорурланып ҡуяһың.
Күптәребеҙ гимназия эсендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Балалар халҡыбыҙҙың йолаларын, тарихын, телен белеп үҫһен тип, уларҙы уҡытыусылар йәки өлкән синыф уҡыусылары үҙҙәре ойоштора. Белем усағында үткәрелгән «Уҡыу алдын­ғыһы», «Иләймән» тигән бик матур конкурстарҙы атап үтергә мөмкин. Йыр, бейеү, шиғыр һөйләү, һүрәт, уҡтан атыу бәйгеләре, ҡыҙыҡлы квестар, өмәләр, турслёт, йыйын, этнография буйынса бәйгеләрҙә ҡатнашыу беҙгә бик оҡшай. Йыл аҙағында «Афарин» тигән йомғаҡлау тантанаһы үтә. Унда мәктәптең бөтә уҡыу­сылары һәм уҡытыусылары йыйыла. Еңеүселәргә, әүҙемдәргә грамоталар тапшыралар, – ти Наҙгөл, үҙҙәренең эше менән таныштырыуын дауам итеп.
Был белем усағында уҡыусыларҙың туған телебеҙҙә аралашыуын йыш ишетергә мөмкин. Башҡортса үткән саралар күп. Әле «Арғымаҡ» төркөмөндә «Башҡорт баҫмаһы» тигән конкурс ойоштороп ебәргәндәр. Иң күп башҡорт баҫмаһына яҙыл­ған ғаиләгә махсус бүләк бирәсәктәр.
Бына шундай өлгөлө гимназия бар Белоретта. Иҙел башында урынлашҡан, рухлы башҡорт балалары тәрбиәләгән белем усағы бит ул.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: