+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
23 Декабрь 2021, 16:05

Юлбарыҫ йылы килә!

Дуҫтар, Яңы йыл яҡынлашҡаны һиҙеләме? Шыршы ултырттығыҙмы әле? Һуңғы йылдарҙа күп урындарҙа ҡар һындары ла яһайҙар, бәйгеләр ойошторалар. 

Юлбарыҫ йылы килә!
Юлбарыҫ йылы килә!

Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй мәктәбе уҡыусылары ла матур-матур фигуралар яһап ҡуйған. Бынау I синыф уҡыусыларының (етәкселәре - Илүзә Ишмөхәмәтова) юлбарыҫы ла ысын кеүек килеп сыҡҡан, шулай бит?! "2022 йылдың хужаһы - мин!" - тип ҡайһылай  эре ята әле ул. Беренселәр, афарин, матур эшегеҙ менән кәйефте күтәреп ебәрҙегеҙ.

Фото: "Бәйләнештә"

Юлбарыҫ йылы килә!
Юлбарыҫ йылы килә!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: