+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Декабрь 2021, 11:10

Мәктәптә бит тибә ил йөрәге...

Беҙҙең Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында икенсе йыл рәттән «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы ойошторола.

Мәктәптә бит тибә ил йөрәге...
Мәктәптә бит тибә ил йөрәге...

Ул халыҡ шағирының яҡты иҫтәлегенә һәм Башҡорт теле көнөнә арналды. Республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, республикабыҙҙың Яҙыусылар берекмәһе һәм гимназиябыҙ үткәргән был мәртәбәле сараның маҡсаты уҡыусыларҙы халыҡ шағирының ижади мираҫына ылыҡтырыу, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү ине.
Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты, Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев, Өфө ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының баш белгесе Рәсим Солтангәрәев, шағирҙың хәләл ефете Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы «Бикбай уҡыу­ҙары»нда ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәләмләп, йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм ижади уңыштар теләне.
Уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың әүҙемлеге, Рауил Төхвәт улының ижадына битараф булмауҙары бик ҡыуандырҙы. «Туған телем минең! Күпме һүҙең йондоҙ кеүек йым-йым нурлана» номинацияһына 500-ҙән ашыу эш ҡабул ителде. Тимәк, тыуған ерем, туған телем, халҡым, тип янып йәшәгән шағирҙың тос фекерле, ха­лыҡсан ижады бик күп балаларға, педагогтарға яҡын һәм ҡәҙерле, тип әйтергә мөмкин.
Уның бик күп шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән. «Тыуһын ине, тимен, шундай бер йыр...» номинацияһы буйынса һәләтле, йыр-моңға ғашиҡ конкурсанттарыбыҙ ҙа үҙ көстәрен һынап ҡараны. Унда Илеш районының Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияһынан VII синыф уҡыусыһы Илнар Ғилметдинов беренсе урынға лайыҡ булды.
Туған тел – ул беҙҙең әсә теле генә түгел, ә хал­ҡыбыҙҙың теле. Теле бөткәндең бит көнө бө­тә, тип юҡҡа ғына яҙмағандыр Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Ул халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртты. Гимназиябыҙҙың уның исемен йөрөтөүенә беҙ бик ғорурланабыҙ, уға тап төшөрмәй, киләсәктә лә тормош юлын, ижадын ныҡлы өйрәнеп, «Бикбай уҡыуҙары»­ның географияһы тағы ла киңәйеүен теләйбеҙ.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: