+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Декабрь 2021, 11:20

Йәш армеецтар ант бирҙе

Республиканың Хәрби дан музейында Өфө районы Булгаков лицейы уҡыусыларының йәш армеец антын ҡабул итеү тантанаһы булды.

Йәш армеецтар ант бирҙе
Йәш армеецтар ант бирҙе

Сара башында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Шулай уҡ йәш армеецтарҙы Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров та ҡотланы.
Уҡыусылар тантаналы ант биргәндән һуң батырлыҡ дәресе үткәрелде. Унда Баш­ҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов һәм генерал-майор Игорь Харченко ла ҡатнашты. Улар йәш армеецтарҙы ҡотлап, Тыуған илдең тоғро улдары, ҡыҙҙары булыуҙарын теләне.
Һуңынан Хәрби дан музейының темаға ярашлы видео-роликтары күрһәтелде.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: