-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Декабрь 2021, 15:00

Алҡалы Ҡыш бабай

Уҙған быуаттың 80-се йылдары.

Алҡалы Ҡыш бабай
Алҡалы Ҡыш бабай

Зифа Сәлмәнованың Күгәрсен районы Бикбулат ауылы китапханаһында эшләп йөрөгән сағы. Һәр кемгә билдәле: ауылда иң күңелле байрамдарҙың береһе булып Яңы йыл һанала. Китапхана хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең балалары өсөн шыршы биҙәргә тотона. Ҡарһылыу булып кейенергә теләүсе тиҙ табыла. Тик Ҡыш бабай ролен башҡарырға ир кеше генә юҡ. Ауылымдың сос ҡатын-ҡыҙҙары был юлы ла аптырап ҡалмай! Зифа Ҡыш бабай ролен үҙенә алып, ап-аҡ һаҡалын, аҡ мыйыҡтарын бора-бора, тоҡҡа тултырылған бүләктәрен йөкмәп, таяғына таянып, Ҡарһылыу эргәһенә килеп баҫа ла:
– Һаумыһығыҙ, балалар! Мин һеҙгә алыҫ ҡар иленән бүләктәр алып килдем! – тип телмәр һөйләй башлай. Шыршы ҡаршыһында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршылап торған бер малай:
– Ҡыш бабайҙың алҡаһы булмай бит! – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме! Зифа ашығып кейенгәс, алҡаһы тураһында онотоп ебәргән икән.

Рәхимә ВӘЛИУЛЛИНА.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: