-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бар икән дә ул, бар!

Мамыҡ кеүек ап-аҡ ҡарҙар яуа. Кешеләр ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнаша: йорт алдарына төрлө һындар эшләй, шыршы ултырта, Ҡыш бабайҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Уҡыусы балалар тылсымсыға хаттар яҙа. Хәнифтең генә быйыл нишләптер күңеле тартмай. Үҫте, паспорт алды шул. Етмәһә, Ҡыш бабайҙың ысын булыуына, барлығына ышанмай ҙа.

Бар икән дә ул, бар!
Бар икән дә ул, бар!

Кәртә-ҡуралағы эштәрҙе бөтөргәс, ҡараңғы төшөп барғанда малай өләсәһе янына китте. Өй янына еткәс: «Әллә мине көтмәгән дә инде», – тип уйлап алды ул. Өләсәһе ейәне килгәнен һиҙмәне лә. Өй йыйыштырып йөрөй ине.
– Ҡыш бабайҙы юҡ, тиҙәр бит әле, өләсәй. Уның ҡиәфәтендә өлкән ағай­ҙар йөрөй, – тип килеп инде Хәниф.
– Атаҡ-атаҡ, нишләп булмаһын Ҡыш бабай. Үҙе генә бөтә ергә лә өлгөрә алмай, шуға ла ул булып кейенәләр. Ә бит ҡайһы бер кешеләргә ысын Ҡыш бабай күренә. Яҡшы уҡыған, аҡыллы, эшлекле малайҙарҙы һайлай, – тимәһенме өләсәһе!
Унан ейәненә бер хикәйәт һөйләп алды:
– Элгәре заманда бер етем ҡыҙ йәшәгән. Уны бер кем дә Яңы йыл менән ҡотламаған, бүләк тә бирмәгән. Ошо кескәй бала ауылдан алыҫ китеп, Ҡыш бабайҙы көтөргә уйлаған. Үҙенә иптәш итеп кескәй генә һоро сысҡанды ла алған, уның бит уйынсыҡтары булмаған. Көтә торғас, ул бик өшөгән һәм барыһы ла хәтеренән юйылған. Бер саҡ ни күрә: етеҙ арғымаҡтарҙа, шөңгөрҙәрен зыңлатып, Ҡыш бабай килеп туҡтамаһынмы! Йомшаҡ ҡына аҡ тунға төрөп ҡыҙ менән сысҡанды санаһына алған. Уларҙың хәлдәре бөткәнен күреп, икеһенә лә шифалы һыу тамыҙған. Шул саҡ ҡыҙыҡай күҙен асҡан да Ҡыш бабайҙы күреп, бик шатланған. Тылсымсы бабай ҙа уны бик оҡшатып, ейәнсәрем, тип өндәшкән. Ҡыҙға баштан-аяҡ зиннәтле ап-аҡ кейемдәр кейҙергән. Шыршы байрамында килер йылды Сысҡан йылы тип иғлан иткән. Йылдар ана шулай башланып киткән. Әле бына Юлбарыҫ йылы килә, ул юлда, Ҡарһылыуҙы арҡаһына атландырған, үҙҙәре шундай матурҙар...
Хәниф өләсәһенең хикәйәтен тыңлағас, бик ҡәнәғәт булып ҡайтырға сыҡты. Алыҫта күк менән ер араһында ете төрлө төҫтә нәжәғәй уйнаны. Арғымаҡтар кешнәүе, шөңгөр сыңдары, Ҡыш бабайҙың шат көлгәне ишетелеп ҡалғандай булды.
– Бар икән, бар икән Ҡыш бабай, – тип шыбырланы ап-аҡ ҡарҙар яуған урамда баҫып торған Хәниф.

Фәнис БӘҘРЕТДИНОВ,
VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Һаҡмар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: