+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ ниндәй йыр яратаһығыҙ?

Ғаиләбеҙ менән сәнғәткә ғашиҡбыҙ. Әсәйем эш башҡарған саҡта ла йыр тыңларға ярата. Мин дә, апайым да унан өлгө алабыҙ. Йыр менән бергә башҡарылған эш бик рәхәт эшләнгән кеүек. Ваҡыттың да үткәнен һиҙмәй ҡалаһың.

Ә һеҙ ниндәй йыр яратаһығыҙ?
Ә һеҙ ниндәй йыр яратаһығыҙ?

Шулай ҙа иң оҡшатҡан йырсыларым – Зинира менән Ризат Рамазановтар. Улар­ҙың тауыштары бик моңло, һәр яңы ижад емештәрен ашҡынып көтөп алам. Иң оҡшағаны – «Үпкәләмә» тигәне. Был йырға клип та төшөргәндәр. Бигерәк тә ҡушымтаһы матур килеп сыҡҡан. Йырсылар әйткәнсә, тормошта бер ваҡытта ла үҙ-ара үпкәләшеүҙәр булмаһын ине, кешеләр бер-береһен аңлап йәшәһен. Зинира менән Ризат Рамазановтарҙың йырҙарын тыңлап ултырһам, хатта бәләкәй ҡустым бейеп тә китә.
Тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, йыр менән бергә йәшәһәң, ғүмер итеү ҙә күңеллерәк. Ә һеҙ, дуҫтар, ниндәй йыр тыңларға яратаһығыҙ?

Әлфинә МОСТАФИНА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы.
Байназар мәктәбе.

Фото:https://yandex.ru/images/search

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: