+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рәхәтләнеп ял итәбеҙ

Мин ҡыш миҙгелен ныҡ яратам, сөнки мөғжизәле Яңы йыл байрамы етә. Декабрь башында уҡ ғаиләбеҙ менән йәшел шыршыны матур итеп биҙәп ҡуябыҙ. Шунан инде һеңлеләрем менән Ҡыш бабайҙан Яңы йыл бүләктәрен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Рәхәтләнеп ял итәбеҙ
Рәхәтләнеп ял итәбеҙ

Ҡыш көнө һауаның сафлығы, мамыҡтай итеп яй ғына ҡар яуыуы, ағас­тарҙың аҡ шәлдәрен ябыныуы бигерәк һоҡланғыс. Ошондай матур көндө өйҙә нисек түҙеп ултыраһың инде. Өс һеңлемде эйәрттем дә тау шыуырға киттек.
Быйыл үҙәк майҙандағы шыршы айырыуса матур биҙәлгән, боҙҙан йыл хужаһы Юлбарыҫ та эшләнгән. Төрлө төҫтәге гирляндалар боҙ майҙансығын тағы ла матурлай. Рамина, Радмила, Йәсминә һеңлеләрем күңелле ялдан бик ҡәнәғәт булды, хатта биттәре лә ҡыҙарып, алһыуланып китте.
Рәхәтләнеп ял итеп, фотоға төшөп ҡайттыҡ. Ҡышҡы каникулым шулай күңелле һәм файҙалы үтә.

Радим ИБӘТУЛЛИН, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазылағы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: