+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәхетле ҡартлыҡ кисерә

Өләсәйем Нәҡиә Саҙиҡ ҡыҙы Ғайсина Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Ҡуян­бай ауылында 1942 йылда алтынсы бала булып тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш ваҡытына тура килә. Аталары Саҙиҡ Нурғәле улын, политрук булғас, оҙаҡ һуғышҡа алмайҙар. Ныҡыша торғас, ул 1942 йылдың октябрендә фронтҡа китә. Бына ниндәй патриот була ҡарт олатайым! Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай һәм 1946 йылда тыуған яҡтарына ҡайта. Үкенескә күрә, оҙаҡ йәшәп өлгөрмәй. Һуғыш яраларынан 1950 йыл­да ҡарт олатайымдың ғүмере өҙөлә. «Әле лә хәтерләйем уның һуңғы һүҙҙәрен, иҫләһәм, илағы килеп китә», – ти өләсәйем.

Бәхетле ҡартлыҡ кисерә
Бәхетле ҡартлыҡ кисерә

Нәҡиә өләсәйем һигеҙ йәшендә Ҡуянбай­ҙағы белем усағына уҡырға бара. Дүртенсене бөтөргәс, Яратҡол ауылында, унан Ҡолойҙа мәктәпте тамамлай. Ҡайҙа уҡыһа ла, тик «бишле»гә генә өлгәшә. 1962 йылда Баш­ҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Унда ла бик тырышып белем ала.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, өләсәйемде Әбйәлил районы Таштимер ауылына химиянан уҡытыусы итеп ебәрәләр. Шунда ул беҙҙең олатайҙы – Урал Зияй улы Ғайсинды осрата. Күп тә үтмәй, йәштәр бер-береһен яратып, өйләнешеп тә ҡуялар. Оҙаҡ йылдар Таштимерҙә эшләгәндән һуң, партия уларҙы Салауат мәктәбенә, унан Байым мәктәбенә эшкә юллай. Олатайым директор ҙа, физика-математика уҡытыусыһы ла була, өләсәйем иһә химия-биология уҡытыусыһы, директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. Эштәрендә икеһе лә һынатмай. Үҙҙәрен ихтирам итәләр.
Өләсәйем эшен бик ярата, үҙенең белемен балаларға еткерергә, бирергә тырыша. Уҡыу­сылары юлын дауам итеүе – уның өсөн ҙур ҡыуаныс. Үҙе Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны, бик күп наградаларға ла лайыҡ була.
Өләсәйем менән олатайым ике бала – Салауат һәм Миләүшәне тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер улар ҙа үҙ аллы донъя көтә.
Әле беҙ Асҡар ауылында йәшәйбеҙ. Өләсәйемә 79 йәш тулды. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең нурҙарына күмелеп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Беҙ уны яратабыҙ, оҙон ғүмер, тик изгелек кенә теләйбеҙ.

Мораҙым ҒАЙСИН, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы,
Асҡарҙағы
Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: