-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Пушкин картаһы" менән сәйәхәт

Белеүегеҙсә, «Пушкин картаһы» тигән мәҙәни проект Рәсәйҙә 2021 йылдың 1 сентябре­нән тормошҡа ашырыла башлағайны. 14 – 22 йәшлек үҫмерҙәргә, йәштәргә тәғәйенлән­гән ул. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында теркәлеп, был картаға эйә булырға мөмкин. Ябай ғына әйткәндә, дәүләт тарафынан 3 мең һум аҡса һалынған электрон иҫәп инде. Ә 2022 йылдан күләме 5 мең буласаҡ. Был аҡсаға театрҙарға, музейҙарға, галереяларға, концерттарға, китапханаларға билет һатып алырға мөмкин.

"Пушкин картаһы" менән сәйәхәт
"Пушкин картаһы" менән сәйәхәт

Мөмкинлектән ниңә файҙаланмаҫҡа?! Яңыраҡ беҙ, VIII һәм IX синыф уҡыусылары, Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы Иҙрисова һәм Тансулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина етәкселегендә «Пушкин картаһы» менән Өфө музейҙарына сәйәхәт ҡылдыҡ.
Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ бит ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар әллә күпме иҫтәлек һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыу­ҙан тора ла инде.
Сәйәхәтебеҙ 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейынан башланды. Унда был данлыҡлы дивизияның тарихына, батырлығына бағышланған бай һәм уникаль экспозиция ҡуйылған. Килеүселәрҙең иғтибарына ҙур диорамалар, бай фото һәм документаль материал, ҡоралдар, наградалар, хәрби форма, һуғыш заманына хас шәхси әйберҙәр тәҡдим ителә. Ғилми хеҙмәткәр Алина Данил ҡыҙы Дәүләтгәрәева башҡорт ат­лы­лары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе, музей экспонаттары менән таныштырҙы. Иҫтәлеккә фотоға төшөп, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек.
Киләһе туҡталышыбыҙ Баш­ҡортостан Республикаһының Милли музейы булды. Хәҙерге көндә ул 50-нән артыҡ филиалды берләштерә. Бында 130 меңдән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин. Милли музейҙа тәбиғәт, археология, этнография, тыуған яҡты өйрәнеү тарихы бүлектәре эшләй. Уның эсендә күҙгә күренер йәм генә түгел, уй менән дә йырып сыға алмаҫлыҡ төплө ҡот йәшеренгән. Беҙ экскурсия етәксеһенең һөйләгәндәрен диҡҡәт менән тыңланыҡ, Башҡорт­остандың үткәне, боронғо халыҡтың көнкүреш үҙенсәлектәре, тыуған яғыбыҙҙың таштары, үҫемлектәре һәм солоҡсолоҡ серҙәре хаҡында белдек, тәбиғәткә арнап эшләнгән бүлмәләрҙе ҡараныҡ. Бигерәк тә беҙҙең урмандарҙа, йылғалар­ҙа йәшәгән йәнлек һәм ҡош­тар­ҙың ҡарасҡылары, боронғо әйберҙәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Музей буйлап сәйәхәт иткәндә ниңәлер уйҙар алғараҡ йүгерә башлағандай. Үткәндәрҙе байҡап, киләсәкте икенсерәк, тағы ла яҡтыраҡ итеп күреү теләге уяна. Әммә был хыял элеккене инҡар итеүгә ишара түгел, киреһенсә, тарих – иң яҡшы хәтирәләргә алып ҡайтыусы фән.
Сәйәхәттә ҡатнашыусы барыбыҙ ҙа матур тәьҫораттар менән күңелдәребеҙҙе рухи яҡтан байытып, ҙур ҡәнәғәтлек менән тыуған яҡҡа юландыҡ. Беҙ рухи байлыҡ алып ҡайттыҡ.

Розалиә
ЗӘЙНЕТДИНОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы,
Йөҙимән мәктбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: