

Күпме йылдар үткән? Беҙ иҫәпләмәйбеҙ,
Бөгөн һеҙгә теләктәрҙең изгеһен теләйбеҙ:
Ҡартаймағыҙ, ауырымағыҙ, һис тә моңаймағыҙ,
Ошо байрамды йәнә күп йылдар ҡаршылағыҙ!
Нәҡ ошо тулҡынландырғыс юлдар менән «Фристайл» үҫмерҙәр клубында Оло йәштәгеләр көнөнә арналған «Олатайым-өләсәйем янында беҙгә бик тә күңелле» исемле ҙур байрам концерты асылды.
Был сара Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Ул быуындар бәйләнешенең һәм тамырҙарыбыҙға ҡарата тәрән хөрмәттең ысын символына әүерелде. Залыбыҙҙы үҙҙәренең ҡатнашлығы менән почетлы ҡунаҡтар – тормоштары ысын патриотизм өлгөһө булған легендар шәхестәр биҙәне. Бына улар:
Концерт алтын быуын өсөн ижади бүләк булды. Айырыуса Дамир Шиновтың йырҙары һәр кемдең күңеленә үтеп инеп, йөрәктәрҙе елкендерҙе. «Креатив академия» (етәксеһе – З. М. Хәтмуллина) түңәрәгенең кескәй тәрбиәләнеүселәре ихлас итеп шиғырҙар һөйләне. «Камертон» студияһы (етәксеһе – Л. И. Ханова), музыкаль студияның «Ҡыҙҙар йөрәге» ансамбле һәм «Тылсымлы флейта» студияһы (етәкселәре – З. З. Здор) әҙерләгән вокал номерҙары бик матур булды.
Иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе алғы һыҙыҡтан килгән видеоҡотлау булды. МХО-ла ҡатнашыусы хәрбиҙәр – «Мәңгелек» инициатив төркөмө яугирҙары һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 29-сы Росгвардия махсус тәғәйенләнешле «Булат» отряды хәрбиҙәре ветерандарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ видеоэлемтә аша ветерандарҙы «Әхмәт» махсус бүлексәһе яугиры, Башҡортостан Республикаһында Чечен Республикаһы Башлығының ярҙамсыһы — «Бәхетле» позывнойлы Даниэль Рим улы ҡотланы.
Кисә өйҙәгесә йылы атмосферала – байрам сәйе артында тамамланды. Ҡунаҡтар үткән йылдарҙы иҫкә төшөрҙө, тәмләп сәй эсте. Байрам менән, ҡәҙерле, аҡыллы һәм яратҡан ололарыбыҙ!
Лилиә САФИНА.
Өфө ҡалаһы.