

Дүртенселәр китапханала сәйәхәттә булып, китапхананың ныҡ матур яҡҡа үҙгәргәненә хайран ҡалып ҡайтты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн бай йөкмәткеле экскурсия ойошторҙо, яңы сервистар менән таныштырҙы.
Был модулле китапхана заман талаптарына ярашлы эшләнгән. Унда килеп ингәс тә залдарҙың яҡты, сағыу булыуы күҙгә ташлана. Стеналарҙағы «ҡусҡар» орнаменты ҡайһы төбәктә йәшәүебеҙҙе күрһәтеп аптыратты. Барыһы ла үҙенсәлекле, зауыҡ менән эшләнгән 15 ижади мөйөш үҙенә тартып ҡына тора.
Уҡыусыларым заманса ҡорамалдарҙы һоҡланып ҡараны, яңы уҡыу һәм ижад мөйөштәрен өйрәнеп, яңыртылған фонд менән ҡыҙыҡһынып танышты. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙеләр, күргәндәре тураһында һөйләп тә фекер алыштылар. Уларға ла ныҡ оҡшаны яңы асылған китапхана.
Үҙәк район китапханаһы директоры Айгөл Ғәзиева уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, уларға яңы белемде үҙләштереүҙә уңыштар теләп: « Китапханаға тағы килегеҙ, бөгөнгөләй илһам, ҡыҙыҡлы асыштар асырһығыҙ, һеҙҙе көтәбеҙ, дүртенселәр!» — тип оҙатып ҡалды апайҙары.
Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.