-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
31 Декабрь 2021, 13:10

Яҡшыға өмөт итәйек

Көнсығыш календары буйынса 2022 йыл – Юлбарыҫ йылы. Яңы йылды, әлбиттә, һәр кем ҙур өмөттәр менән ҡаршылай. Юлбарыҫты хайуандар батшаһы тип тә йөрөтәләр. Был йыртҡыс хайуан бер нәмәнән дә ҡурҡмай, бер урында ултырырға яратмай, һәр саҡ табышын эҙләй. Шулай булғас, бәлки, кешеләргә лә ҡыйыуыраҡ булырға, бығаса тормошҡа ашыра алмаған хыялдарына ирешергә тырышырғалыр? Әммә мөһабәт, көслө, аҡыллы юлбарыҫтың көтөлмәгән ҡаты аҙымдар яһауға ла һәләтле булыуын иҫтән сығарырға ярамай. Уның йылында һәр хәл-ваҡиғаны контролдә тоторға, онотолоп китмәҫкә кәрәк.

Яҡшыға өмөт итәйек
Яҡшыға өмөт итәйек

Астрологтар әйтеүенсә лә, Зәңгәр һыу юлбарыҫы йылы тип аталғас, символындағы «һыу» һүҙе бөтә кире нәмәләрҙе юҡҡа сығара, имеш. Ярай, шулай булыр, тип ышанайыҡ.
Юлбарыҫ йылында ниндәй билдәле кешеләр тыуған икән, иғтибар итегеҙ әле: Иван Грозный; Пётр Врангель; Карл Маркс; Джоди Фостер; Агата Кристи; Хо Ши Мин; Людвиг ван Бетховен; Стиви Уандер; Герберт Джордж Уэллс, Мэрилин Монро; Леонардо ди Каприо. Көслө шәхестәрме? Ысынлап та, шулай. Был йылда тыуғандар ҡы­йыу, үҙ-үҙенә ышанған кешеләр, ныҡыш, яуаплы, рухи яҡтан көслө булыуҙары менән айырылып тора. Улар араһында лидерҙар күп.
Көнсығыш календары, әлбиттә, Европаныҡы менән тап килмәй. Юлбарыҫ йылы Ҡытайҙа 1 февралдә генә башланасаҡ. Беҙ быны белһәк тә, Яңы йылды үҙебеҙсә, 31 декабрь төнөндә, ҡаршы алабыҙ.

Э. РӘШИТОВА.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: