+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ике фәндән – 100 балға!

Беҙҙең йәш хәбәрсебеҙ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат- гимназияһын тамамлаусы Гөлназ Ишемғужина Берҙәм дәүләт имтиханын бер юлы ике фәндән – урыҫ теленән һәм химиянан 100 балға тапшырҙы!

Маладис, Гөлназ , эй, тырыш,аҡыллы ҡыҙыҡай булдың да инде үҙең. Быйыл республикабыҙҙа имтихан биреүсе 19 мең уҡыусы араһынан ул ғына шундай уңышҡа ирешә алды.Һоҡланабыҙ,ғорурланабыҙ!
VII синыфҡа тиклем Гөлназ Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылы мәктәбендә белем алды. I синыфтан алып тик “бишле” билдәләренә генә уҡыны ул, IX синыфта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала республика туры еңеүсеһе булды, ә XI синыфта Өфө дәүләт нефть техник университеты уҙғарған олимпиадала еңеп сыҡты,Башҡорт дәүләт медицина университеты үткәргән "Булмышым - медицина" тип аталған бәйгелә химия һәм биология фәндәренән беренсе урындарҙы яуланы.
“Йәншишмә” уҡыусылары исеменән Гөлназды ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешергә яҙһын!
Фото: Башинформ
Читайте нас: