+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа...
25 Сентябрь 2021, 17:05

Ғәҙәти булмаған бүләк

Һигеҙ йыллыҡ мәктәптең сығарылыш синыфында уҡый инек.

Ғәҙәти булмаған бүләк
Ғәҙәти булмаған бүләк

Дүртәү генә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, гел алдынғылар рәтендәбеҙ: уҡыу яғынан да, байрамдарҙа ла, эштә лә. Төрлө үҙенсәлекле нәмәләр уйлап табырға тиһәң, беҙгә генә ҡуш. «Һә» тигәнсе атҡарып сығабыҙ.
Тиҙҙән 8 Март байрамы етә, уҡытыу­сыларға иҫтә ҡалырлыҡ байрам әҙерләге килә. Һуңғы йылыбыҙҙа, мәктәптә иң өлкән синыф булараҡ та, үҙебеҙгә талапты юғарыраҡ ҡуябыҙ. Уйлай торғас, Иректең башына шәп фекер килде.
– Әйҙәгеҙ, тере сәскәләр бүләк итәйек! – тип тәҡдим итте.
– Эйе шул, март айында ауыл ерендә күҙ яуын алырлыҡ гөлләмә килтереп сы­ғарһаң, ҡайһылай шәп була! – тип хуп­лай беребеҙ.
– Вәт, баш һиндә, тик нисек һәм ҡай­ҙан алабыҙ, ҡалала ғына һаталар бит! – тип Иреккә төбәлдек, сөнки биш апаһы бар, һәммәһе лә Өфөлә йәшәй. Ул беҙҙең ҡарашты аңланы, мәсьәләне хәл итеү яғын уйлай башланыҡ. Нисек тә булһа апайҙарына хәбәр итергә кәрәк. Хат яҙһаң, барып өлгөрмәйәсәк, телефондан шылтыратып ҡына үтенесебеҙҙе әйтмә­һәк. Хәҙерге кеүек һәр кемдә лә кеҫә телефоны юҡ, шуға күрә теләһә ҡайһы ваҡытта шылтыратып та булмай. Ундай ҡорамал мәктәптә бар ҙа, хужалыҡ идараһында һәм бер нисә кешелә генә. Шулай ҙа әмәлен таптыҡ: кискеһен Илфат ағайҙарға барып йомошобоҙҙо әйткәс, ул ҡаршы килмәне, телефондан һөйләшеп алырға рөхсәт бирҙе. Хатта шәп уйыбыҙҙы маҡтап та ҡуй­ҙы. Иректең апайҙары ла теләгебеҙҙе хуп­лап, ярҙам итергә вәғәҙә итте.
– Өфөнән сәскәләрҙе апайым район үҙәгенә тиклем килтерер, ә унан нисек барып алыу яғын үҙебеҙ хәстәрләрбеҙ, – тине ул.
Урамға сыҡҡас, уныһын да хәл иттек. Район үҙәгенә тиклем юл тигеҙ, көн дә таҙартып торалар, шуға велосипедта барырға булдыҡ. «Ике тәгәрмәс» егеттәрҙең барыһында ла бар, ә мине сиратлап ултыртырға һөйләштеләр.
Байрам да яҡынлаша. Бер көн ҡалғас, дәрестәрҙән һуң, алдан һөйләшелгәнсә, районға юл тоттоҡ. Өфөнән килгән автобусты дүрт күҙ менән көтөп алдыҡ һәм бына Әлфиә апайҙың нурлы йөҙө күренде. Рәхмәт инде уға, юҡ ваҡытын бар итеп, беҙгә ярҙамға килде. Шул уҡ автобусҡа ултырып, кире ҡалаға ла йүнәлде. Көн кискә ауышҡанда саҡ ауылға индек, егеттәр – рулдә, ә үҙем бер ҡосаҡ гөлләмәне тотоп, әле береһенең, әле икенсеһенең йә багажнигына, йә велосипед рамына ултырып ҡайттым. Ныҡ арыған булһаҡ та, теләгебеҙҙе тормош­ҡа ашырыуыбыҙҙан күңелебеҙ көр ине.
Байрам кисәһе бик шәп үтте. Барыһы ла ихлас әҙерләнгән. Һәр синыфтың ҡотлауы үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Берәүҙәр инсценировка әҙерләгән, икенселәрҙең сығышы шиғыр, йыр, бейеүҙән торҙо. Сират беҙгә лә етте. Шул саҡ шығырлап, ишек асылған тауыш ишетелде. Шат йылмайып, ҡулдарына ҡып-ҡыҙыл ләләләр тотҡан егеттәр күренде. Зал «аһ» итте. «Ҡайҙан?», «Ҡасан?», «Нисек?» тигән шыбыр-шыбыр һөйләшеүҙәр ишетелде...
Мин һәр уҡытыусы апайға бағышлап шиғыр уҡып торҙом, ә егеттәр гөлләмә тотторҙо. Шул тиклем дә йылы ҡотлауҙан ҡайһы береһенең күҙҙәрендә хатта йәш күренде.
Был ваҡиғаны бик оҙаҡ иҫләп йөрөнөләр. Ысынлап та, ул ваҡытта ауылда тере сәскә бүләк итеү бик ҙур яңылыҡ та булғандыр инде. Ә беҙ артабан да һәр байрамды иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыштыҡ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: