+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа...
27 Сентябрь 2021, 14:35

Һыҙғыра беләһеңме?

Һыҙғыра белеү ҙә – үҙенә күрә бер һәләт.

Һыҙғыра беләһеңме?
Һыҙғыра беләһеңме?

Эйе, беҙ бәләкәй саҡта шулай ине. Һуғыш ваҡытында разведчиктар урмандарҙа, һаҙлыҡтарҙа һыҙғырып, ҡош булып һайрап, бер-береһенә сигнал биргән. Шулай көй сығаралар, моңланалар. Ауыҙ менән һыҙғырыу ғына кешеләргә аҙ тойолған. Шуға төрлө уйын ҡоралдары уйлап тапҡандар. Күрек баҫымы менән килгән һауа гармун телдәрен һыҙғырта. Ә бармаҡтар көй уйната. Һыҙғырыуға нигеҙләнгән флейта, ҡурай һәм башҡа халыҡ музыка ҡоралдары бик күп. Элек сәғәттәр етешмәгән саҡта, заводтарҙа эш башлау ваҡыты еткәс, ҙур торба аша һыҙғыртып белдергәндәр. Уны гудок тип йөрөткәндәр. Паровоздарҙа ла шундай ҡоролма бар. Хәҙер һәр автомобилдә электр гудоктары ҡуйылған. Урамдарҙа юл хәрәкәте ваҡытында тәртип һаҡлау өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һыбыҙғы ҡуллана. Ә инде футбол, хоккей матчтары барғанда судьялар уны ауыҙҙарынан төшөрмәй. Көтөүселәргә лә һыҙғыра белеү бик кәрәк. Шул командаға малдарҙы өйрәтһәң, көтөү таралып, ситкә китмәй.
Йәй айҙарының аҙаҡтарында ауылдарҙа гөрләтеп урып-йыйыу эше башлана. Ағайҙар баҫыуҙар иңләп комбайнда иген урһа, беҙ, әсәй­ҙәр, апайҙар, балалар, ыр­ҙын табағында өйөлгән иген ҡыҙып янмаһын өсөн уңлы-һуңлы көрәйбеҙ, киптерәбеҙ, сорттарға бүләбеҙ, амбарға ташыйбыҙ. Шунда күрһәткән хеҙмәт өсөн эш хаҡын иген менән бирәләр. Уны ишек алдына таратып киптерәбеҙ, иләп тоҡтарға тултырып келәткә һалабыҙ.
Иген араһында сүп күп була. Шуларҙы таҙартыр өсөн ырҙын табағында көслө техника юҡ. Әсәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ һелкәүескә әҙ генә иген һала ла ҡул менән юғары күтәреп, әҙ-әҙләп кенә ергә ҡоя. Иген орлоҡтары, ауыр булғас, ергә тура төшә, ә ҡабыҡтарын ел осороп ситкәрәк ташлай. Әммә кәрәк саҡта ел сыҡмай ҙа ҡуя. Һыҙғыр­һаң, ел була, тиҙәр халыҡта. Ел саҡырыу эшен беҙгә, малай­ҙарға, ҡушалар. Ысынлап та, һыҙғырһаң, ел иҫә башлай. Ғәжәп хәл. Кем белмәй – өйрәнде, кем белә – оҫтарҙы. Мин иң тәүҙә ҡойма башына менеп һыҙғыра инем, аҙаҡ өй башына уҡ менеп киттем. Бер ваҡыт күрше-тирәләге йорттарға ҡараһам, башҡа малайҙар ҙа өҫтә һыҙғырып ултыра. Хатта биш йәшлек кенә Йыһангир ҙа өйрәнеп алған.
Бер саҡ, ҡош булып һайрап ҡа­райым әле, тигән уй килде баш­ҡа. Тырыша торғас, тәҙрә янында ултырған турғайға оҡшатып тауыш сығара алдым. Игендәрҙе киптереп, иләп урынлаштырып бөткәс тә беҙ, малай­ҙар, һыҙғырыу ғәҙәтен ташламаныҡ. Минең оҫталығым әллә ни артып китмәне. Ә бына Исрафил барыһын да уҙҙырҙы. Урмандағы бар ҡоштарҙың һайрауын, йорттағы мал-тыуарҙың тауышын нәҡ улар кеүек ҡабатлар­ға өйрәнде.
Бер ваҡыт беҙ, мәктәп йәшендәге балалар, концерт ҡуйҙыҡ. Берәүҙәр йырлай, икенселәр бейей. Алып барыусы Сәмәрә: «Ауыл иртәһе», – тип номерҙы иғлан итте. Исрафил сәхнәгә сыҡты ла әтәс булып бер нисә тапҡыр ҡысҡырҙы, унан һуң тауыҡтар ҡытҡылдашҡанын, себештәр сипелдәгәнен, ҡаҙ, өйрәк быжҡылдағанын, эт өргән, һыйыр, быҙау мөңрәгәнен, һөт айыртҡан сепарат тауышын ишеттерҙе. Тамашасылар гөрләтеп ҡул сапты. «Киләһе номер – «Тыуған ерем», – тип Сәмәрә сираттағыһын иғлан итте. Әсхәт гармунда башҡорт халыҡ көйө «Һандуғас»ты уйнай башлағайны, Исрафил нәҡ ошо моңло ҡоштоң үҙе кеүек һыҙғырып, «һайрап» ебәрҙе. Залдағы халыҡ та, сәхнә артында торған балалар ҙа сығышын һоҡланып тыңланыҡ. Гармун моңо менән «һандуғас» бейек, киң Урал тауҙарын, йыл­ғаларын, күлдәрен күҙ алдына баҫтырҙы. Исрафилдың сығышын яратып, тамашасылар ҡат-ҡат һорап ҡул сапты.
Иртәгеһенә беҙҙән тағы концерт ҡуйҙырҙылар. Был юлы клуб­ҡа күрше ауылдарҙан да халыҡ күп килде. Исрафилды сәхнәнән төшөрмәйҙәр генә бит. Концерт бөткәс, ололар иптәшебеҙҙең арҡаһынан һөйөп, берәүҙәр кәнфит, икенселәр сәскә бирҙе. Иртәгеһенә урамда уға иғтибар итмәгән, маҡтамаған кеше ҡалмағандыр.
Беҙҙең ауылда иң сибәр ҡыҙҙарҙың береһе – Зәлифә. Күп малайҙар уға ситтән генә һоҡланып, бер кемгә лә әйтмәй, ғашиҡ булып йөрөй. «Ҡыҙҙар егәрле, эшлекле егеттәрҙе генә ярата» тигән аҡыллы һүҙҙәрҙе ишеткәнем бар ине. Шуға Зәлифәгә оҡшарға тырышып, көҙгө төндә уларҙың баҡсаһындағы картуфтарын ҡаҙып, бер урынға өйөп ҡуйҙым. Кәрим әллә нисә тапҡыр утындарын ярып, әрҙәнәгә һалып бирҙе. Рәсих эттәрен үҙҙәренә эйәртеп алып ҡайтып, уны һөйәктәр менән һыйланы. Ләкин быларҙың береһенә лә Зәлифә иғтибар итмәне. Ә бына концерттан һуң сәхнә артында Исрафилдың сикәһенән сүп иттереп үбеп китте. Был хәлдән һуң Исрафил ергә баҫып түгел, ә ҡош кеүек осоп ҡына йөрөнө. Бөтә дәрестәрҙә гел «бишле» генә эләктерә башланы. Институтта уҡып, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ул Зәлифәгә тәҡдим яһаны. Өйләнешеп, матур итеп йәшәп алып киттеләр. Бала сағында һыҙғырырға өйрәнеү уның яҙмышына ана шундай ҙур бәхет килтерҙе.

Юнир САЛАУАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: