Һуғыш балалары статусына республикала даими йәшәгән, 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған граждандар инә. Уларға дәүләт гарантиялары программаһы буйынса медицина хеҙмәттәренән сиратһыҙ файҙаланыу, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына юлламаны сираттан тыш алыу хоҡуғы биреләсәк.