+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Луганск Халыҡ Республикаһында Шайморатов бюсы асылды

Республика Башлығы Луганск Халыҡ Республикаһында булып ҡайтты.

Ундағы Петровск ҡалаһының 22-се мәктәбе 2016 йылдан Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Был белем усағында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейы бар, легендар командир, генерал-майор Шайморатовҡа арналған айырым мөйөш булдырылған. Шуныһы мөһим: музей 1945 йылда уҡ ойошторолған.
Тыуған ерҙәрен дошмандан азат иткәндә һәләк булған яугирҙарҙы онотмайҙар. 2009 йылда Петровск ҡалаһында Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙәре иҫтәлегенә сквер һәм таҡтаташ асҡандар. Быйыл 12 майҙа 22-се мәктәптең 85 йыллыҡ юбилейына арналған сарала 77 йыл элек, 1943 йылдың 23 февралендә, ошо ерҙә һәләк булған данлыҡлы яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асылды. Радий Хәбиров та был тантанала ҡатнашты һәм ата-бабаларыбыҙ тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлауҙары өсөн ундағы халыҡҡа рәхмәтен еткерҙе.
Фото: "Глава Республики Башкортостан" сайтынан.
Читайте нас: