+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сығарылыш кисәләренә инергә мөмкинме?

Тиҙҙән балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре башланасаҡ. Әлеге коронавирус менән бәйле сикләүҙәргә ярашлы, унда вакцина эшләткән йәки антиесемдәре юғары булған атай-әсәйҙәр генә инә ала. Әммә "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан бүлексәһе сикләүҙәрҙе йомшартыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Унда кисәләргә вакцина һәм антиесемдәр тураһында белешмәһеҙ, санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәп, йәғни битлек кейеп, социаль аралыҡты һаҡлап индереү тураһында әйтелә. Атай-әсәйҙәргә терапевтан йоғошло ауырыуҙары булмауы тураһында белешмә алырға кәрәк була.
Радий Хәбиров был һорау буйынса табиптар менән кәңәшләшергә кәрәклеге һәм оператив штабтың алдағы ултырышында ҡарар ҡабул итәсәктәре тураһында белдерҙе.
Фото: Эльвира Әсәҙуллина.
Читайте нас: