+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

23 майҙа 1000 велосипедсы көнө үтә.

Кемдәр 23 майҙа Өфөлә үтәсәк "1000 велосипедсы көнө"ндә ҡатнаша? 2019 йылда 20 мең велосипедсы йыйылғайны, быйыл да шул сама булыр, тиҙәр.

Ул Ленин майҙанында иртәнге сәғәт 10-да башлана. 11-се яртыла велосипедсылар старт аласаҡ. Салауат Юлаев майҙанына тиклем 9 километрлыҡ араны күмәкләп үтәсәктәр. Был маршрутта ҡатнашыусыларҙы ҡарап тороу ҙа - үҙе бер ҡыҙыҡ. Велосипедтың ниндәйен генә күрмәҫһең унда?! Быйыл самокаттар ҙа күп булыр инде. Ә ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән.
Сәғәт 12-лә "Ватан" паркында саралар башлана. Концерт, уйын, балалар өсөн айырым ярыштар ҙа буласаҡ. Велосипедың булмаһа ла, ғаилә менән байрамда ҡатнашырға мөмкин.
Читайте нас: