+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Олеся Сафонова юғалған

Интернетта тағы бер үҫмер юғалыуы тураһында мәғлүмәт таралды. Ул - Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан 15 йәшлек Олеся Сафонова.

Ҡыҙҙың буйы - 175 сантиметр, күҙҙәре һорғолт йәшел төҫтә. 18 майҙа өйөнән сығып киткән булған. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, урындағы халыҡ эҙләй.
Иҫән-һау ғына табылһын, тип теләйбеҙ инде. Социаль селтәрҙәге сәйер яҙыуы, аватаркаһы уйланырға мәжбүр итә.
Күреүселәр булһа 8-800-700-54-52 йәки 112 һандары буйынса хәбәр итеүҙе һорайҙар.
Читайте нас: