+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Матур саралар уҙасаҡ

Иртәгә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә республикабыҙҙа матур саралар ойоштороласаҡ. Шуларҙың береһе "АРТ-Ҡоролтай.Балалар" мәҙәни форумы "Торатау" конгресс-холында уҙасаҡ.

Унда төрлө йәштәге балалар үҙҙәре өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булған йүнәлеште таба аласаҡ. Төрлө арт-майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, мәғариф ойошмаларының күргәҙмәләре ойошторола.
Форум майҙансығында балаларға балалар сәнғәт мәктәптәре менән танышыу мөмкинлеге лә буласаҡ, белгестәр теләгән йүнәлештә тыңлап ҡараясаҡ.
Тышта, фонтан янында ла төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк. Аниматорҙар, аквагрим оҫталары, балалар коллективтарының концерт программаһы көтә. Байрам бик күңелле булмаҡсы. "Тамыр" телеканалы ла үҙ майҙансығын булдыра. 1 июндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа барасаҡ "Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ.Балалар" телемарафонының тура бәйләнеше эшләйәсәк. "ЕТЕ" тип аталған өр-яңы балалар телесериалына кастинг та ойоштормаҡсылар.
"Арт-Ҡоролтай.Балалар" мәҙәни форумы майҙансыҡтары 13 сәғәттә эшләй башлаясаҡ.
Читайте нас: