-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Һөт иле" фестивале августа үтә

Быйыл "Һөт иле" фестивале 28 августа үтәсәк. Был туралағы рәсми документҡа Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

"Һөт иле" фестивале беҙҙә 2011 йылдан ойошторола. Маҡсаты, әлбиттә, халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәү. Бик ҡыҙыҡлы байрам ул. Төрлө майҙансыҡтар, күргәҙмәләр эшләй. Концерты ла була. Сифатлы һөт ризыҡтары һатып алаһың, һөт менән дә һыйлайҙар.
Әйткәндәй, 2019 йылда фестиваль ҡунаҡтары һөт эсеү буйынса рекорд ҡуйған: 60 мең стакан һөт эскәндәр. Был иһә 12 тонна тигән һүҙ!
Читайте нас: