+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Депутатҡа һәйкәл асылды

Стәрлебашта, район китапханаһы алдында арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Мөхәмәтшакир Туҡаевҡа һәйкәл асылды. Бәлки, уның исеме һеҙгә таныш түгелдер: Өфө губернаһы тарафынан 1907 - 1912 йылдарҙа II һәм III саҡырылышта Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана ул.

Депутатҡа һәйкәл асылды
Депутатҡа һәйкәл асылды

Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов Мөхәмәтшакир Туҡаевтың биографияһын архив документтары аша өйрәнеп, белешмә баҫтырып сығарған. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре 1862 йылдың 14 ғинуарында Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлебаш ауылында  тыуа. Стәрлебаш мәҙрәсәһен, Ырымбурҙа уҡытыусылар мәктәбен тамамлай. Стәрлетамаҡ өйәҙ йыйылышы ағзаһы, Өфө губернаһы статистика комитеты ағзаһы итеп һайлана. Депутат булараҡ тыуған яғындағы халыҡтың ер, дин буйынса хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай.

Мөхәмәтшакир Туҡаев 1905 йылда Рәсәй мосолмандары союзына ҡабул ителә һәм ике тапҡыр Санкт-Петербургта үткән съезда ҡатнаша. Тыуған ауылы Стәрлебаштың тарихы менән ҡыҙыҡһынып, 1899 йылда был турала Ҡазан типографияһында китап та баҫтырып сығара.

Юрматы еренең данлыҡлы улы Мөхәмәтшакир Туҡаевҡа  һәйкәл асыу, шул рәүешле уның исемен мәңгеләштереү - халҡыбыҙ өсөн мөһим ваҡиға.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: