+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Сентябрь 2021, 14:40

Алгарви метопозавры

Португалияның көньяғында 220 – 230 миллион йыл элек йәшәгән амфибия һөлдәләре табылған.

Алгарви метопозавры
Алгарви метопозавры

Был хай­уандар эре метопозаврҙар төрөнә ҡараған, төҙөлөшө бик боронғо ер-һыу эйәләренекен хәтерләтә. Оҙонло­ғо – 2 метрҙан ашыу, ауырлы­ғы – 100 килограмдан да артыҡ. Алгарви төбәгендә та­былғанлыҡтан, уны Алгарви метопозавры тип атағандар.
Уның ҙур булмаған аяҡтары ҡоро ерҙә хәрәкәтләнергә ҡамасаулаған. Шуға был йән эйәләре балыҡ менән туҡланып, һыу­ҙа ғына йәшәгән.
Палеонтологтар ҡаҙыныу эштәре алып барғанда 10 баш һөйәге, 100-гә яҡын әлеге төр хайуан һөйәктәрен тапҡан. Күренеүенсә, һыу ятҡылыҡтары ҡороғанлыҡтан, улар һәләк булған.
Метопозавр ҡалдыҡтары быға тиклем Африка, Европа, Төньяҡ Америкала эҙләнеү мәлендә табылған. Был осраҡ шул осорҙағы һауа шарттарының ҡоро булыуын дәлилләй.

Фото: lucidincorporated.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: