+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Февраль 2023, 13:26

Әхәт Мортазин иҫтәлегенә

6 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор Әхәт Мортазиндың тыуыуына 64 йыл тула. Уның иҫтәлегенә йыл да Учалыла "Диктор тауышы" тигән конкурс ойошторола. 

Быйылғы бәйгелә 100-ләп уҡыусы ҡатнашҡан. Баһалама комиссияһы улар араһынан 20-һен һайлап алған. Йәш дикторҙар ижади бәйгегә Учалы ҡалаһына саҡырылған. Ойоштороусылар уҡыусыларҙың йылдан-йыл нығыраҡ әҙерлекле килеүенә ҡыуана. Араларында әҙер дикторҙар ҙа бар, тиҙәр. Шундай һүҙ оҫталарының береһе Учалы ауылындағы Ә.Ғ.Хөснөтдинов исемендәге мәктәптең XI синыф уҡыусыһы Айһылыу Сибәғәтуллина конкурста еңеүсе исеменә лайыҡ булған. Уҡытыусыһы - Рәзидә Вәзир ҡыҙы Нотфуллина. 

II урында - Волга буйы федераль округының Ишембай ҡалаһындағы башҡорт кадет корпусы уҡыусыһы Искәндәр Иҫәнюлов, Баймаҡтағы 5-се лицейҙан Айлина Хажина, Учалы ҡалаһындағы С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейынан Роза Юлбирҙина.

Учалылағы 10-сы мәктәптән Алтынай Хәйретдинова менән Наҙгөл Мөхәмәҙиева, 3-сө лицейҙан Замир Зәйнышев III урын алған. 

Конкурста ҡатнашыусылар Яңы Байрамғол ауылындағы Мортазиндар ғаиләһенә арналған музейҙа ла булған. Әхәт Мортазиндың атаһы Мотаһар Мортаза улы оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбе директоры булып эшләгән. Музейҙағы экспонаттар уның ғаилә ағзалары ярҙамы менән тупланған. Легендар дикторға арналған өлөшө лә тулыландырыла. 

Фото: vk.com.

 

Әхәт Мортазин иҫтәлегенә
Әхәт Мортазин иҫтәлегенә
Әхәт Мортазин иҫтәлегенә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: