+11 °С
Ясно
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
30 Сентября , 04:40

Бөгөн - Интернет көнө!

Бөгөн Рәсәйҙә интернет көнө билдәләнә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн - Интернет көнө!Бөгөн - Интернет көнө!
Бөгөн - Интернет көнө!

Был көндө интернет технологиялар өлкәһендә эшләүселәр генә түгел, эштә, ял иткәндә интернет менән ҡулланыусылар ҙа үҙ байрамы тип иҫәпләй. Ҡыҫҡаһы, был барыбыҙҙың да байрамы тиһәк тә була. Сөнки бөгөнгө кәндә интернет менән ҡулланмаған кешене осратыуы бик ауыр.

Байрам тарихына килгәндә 1998 йылда "IT Infoart Stars" (Х.Арушанов), "Совинтел" (И. Семенюк) һәм "УСПП Компьюлинк" (Д. Алтухов) фирмаларының осрашыуы ваҡытында Рәсәйҙә йыл һайын интернет көнөн байрам итеү һәм урыҫ телле интернет халыҡ иҫәбен алыу үткәреү тураһында тәҡдим әйтелә. Күп кенә IT-сфера компаниялары был идеяны хуплай. 1998 йылдың 30 сентябрендә «Президент-отель» дәүләт компанияһында  200 кеше ҡатнашлығында беренсе тантана үтә. Ошо мәлдән ваҡиғаны йыл һайын байрам итеү башлана.

Фото:fintech-retail

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас