+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
18 Август 2021, 12:45

Һулаҡайҙар донъяһы

Ундайҙар ғүмере буйы уңайһыҙлыҡтар кисерергә мәжбүр.

Һулаҡайҙар донъяһы
Һулаҡайҙар донъяһы

Яҙыу, аш-һыу бүлмәһе кәрәк-ярағы, ишек тотҡаһы, йоҙаҡтар... Былар барыһы ла уң ҡул өсөн ҡулайланған бит, шулаймы?

Кеше баш мейеһенең ярымшары билдәле бер функция үтәй. Уң ҡулға өҫтөнлөк биреүсенең һул яҡ ярымшары – һөйләү һәләте, уң яҡ ярымшары хис-тойғо өсөн яуап бирә. Ә һулаҡайҙарҙа киреһенсә, уң яҡ баш мейеһе ҙурыраҡ үҫеш алған. Уларҙың һиҙеү һәләте лә юғарыраҡ, шуға күрә лә ижад кешеләре булып үҫәләр, көслө холҡтары менән дә айырылып торалар. Ундайҙарҙың күбеһе музыка, рәсем сәнғәте, әҙәбиәт, йәғни, ижади һөнәргә өҫтөнлөк бирә.

Данлыҡлы һулаҡайҙар: Альберт Эйнштейн, Александр Македонский, Юлий Цезарь, Пабло Пикассо, Наполеон, Уинстон Черчиль, Амадей Моцарт, Аристотель, Марк Твен, Людвиг Ван Бетховен, Петр I, Чарли Чаплин, Сергей Рахманинов. Ә Леонардо да Винчины иң атаҡлыһы, тип һанарға мөмкин, ул ҡағыҙ битенең уң яғынан яҙа башлаған. Алдан күрә белеү һәләтен сағылдырған яҙмаларының серен күптән түгел генә асыҡлағандар. Баҡтиһәң, уларҙы көҙгө менән уҡып була икән. “Һулаҡай” (“Левша”) хикәйәһен яҙыусы Николай Лесков үҙе лә һул ҡулы менән яҙған икән.

Элегерәк ундайҙарға шикләнеберәк ҡарағандар, уларға хатта судта сығыш  яһарға ла ярамаған, “иблес һыңары” тип һанағандар. Эскимостар әле лә һулаҡтарҙы сихырсылар рәтенә индерә. Бөгөнгө көндә баланы “төҙәтергә” тырышҡан атай-әсәйҙе йәки уҡытыусыны күрергә мөмкин. Һулаҡай яҙған баланы уң ҡулға өйрәтергә тырышыу уның баш мейеһендә дисбаланс тыуҙыра, был – интеллект яғынан үҫешеүгә кире йоғонто яһауы мөмкин, ти белгестәр.

 Фото: katarina-rosh.livejournal.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: