+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
21 Август 2021, 11:05

Бразилияла серле ҡәбилә йәшәй

Бразилия биләмәһендә пираха тигән серле ҡәбилә йәшәүе билдәле.

Бразилияла серле ҡәбилә йәшәй
Бразилияла серле ҡәбилә йәшәй

Улар донъяға ҡараштары менән ғалимдарҙы таң ҡалдырған. Баҡһаң, был ҡәбилә ваҡыт тураһында бер ни белмәй, ә һөйләштәрендә «мин» тигән һүҙҙе ҡулланмай икән.
Лингвист-ғалим Дэниел Эверетт улар хаҡында ғәжәп әйберҙәр һөйләгән. Әлеге ҡәбилә 500 кешенән тора. Тышҡы донъянан айырылмай, кейем-һалымды, металдан эшләнгән ҡайһы бер әйберҙәрҙе ҡуллан­һалар ҙа, ҡалаларға күсергә теләмәйҙәр. Уларҙа «иртәгә» тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ, шуға күрә ашамлыҡтарҙы һаҡлап тотмайҙар. Ризыҡтары бөт­һә, аслыҡты ла тыныс кисерә­ләр.
Пираха ҡәбиләһенең йоҡлар­ға яратмауы күптәрҙе аптырат­ҡан. Серем итеүҙе үлем менән сағыштыралар. Йоҡоға киткәс, уларҙың тәнендә бөтөнләй икенсе кеше уяныр, тип ҡур­ҡалар. Шуға йоҡолары 1 сәғәттән ашмай.
Ышаныуҙары ла бик ҡыҙыҡ. Пираха ҡәбиләһе вәкилдәре үҙҙәрен уратып алған урмандарҙа кешеләр менән аралашырға теләгән әруахтар йәшәй, тип иҫәпләй. Серле урман көсө уларҙың берҙән-бер шаманы ғына түгел, бында йәшәүселәр­ҙең һәр береһенә бирелгән, тип инаналар. Бынан тыш, пираха ҡәбиләһенең шул хәтлем тормошто яратыуы ла ғалимдарҙы хайран иткән. Улар бер ҡасан да моңаймай, һәр ваҡыт аралашырға әҙер, гел йылмайып ҡына торалар.
Дэниел Эверетт әйтеүенсә, был ҡәбиләне бер нимәгә лә өйрәтергә кәрәкмәй, улар былай ҙа бәхетле кешеләр. Сөнки үҙҙәре бөтә кешелек донъяһына уҡытыусы була алырҙар ине.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: