+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
29 Август 2021, 15:00

Ямғыр, яу, яу!

*Бразилияның Пара ҡалаһында йәшәүселәр сәғәттәрен телевизор йәки радио буйынса түгел, ә ямғырға ҡарап тикшерә.

Ямғыр, яу, яу!
Ямғыр, яу, яу!

Ҡыҙыҡ: бында ҡойма ям­ғыр­ҙар тәүлектең бер үк ваҡытында башлана.
*Ямғыр яуа икән, Португалияла эшкә сыҡмаҫҡа мөмкин.
*Угандала йәшәгән халыҡ күк күкрәү, йәшен йәшнәүгә бер ҙә иҫтәре китеп бармай. Сөнки был күренеште улар йылына 250 тап­ҡыр күҙәтә ала.
*Көньяҡ Африкалағы Ботсвана хал­ҡына шул тиклем яуым-төшөм етмәй. Хатта бер-береһен «пула» (ямғыр) тигән һүҙ менән сәләмләйҙәр. Беҙҙә кешегә һаулыҡ теләһәләр, унда – ямғыр. Ҡыҙыҡ, эйеме?
*XVII быуатта Бөйөк Британияла ямғыр тураһында ҡабул ителгән закон буйынса, ҡойма ямғыр барған урынды һәм ваҡытты дөрөҫ әйтмәгән синоптиктың ғүмерен өҙгәндәр.
*Сүллектә ямғыр яумай тигән ҡараш дөрөҫ түгел. Ысынында яуа. Әммә һыу тамсылары эҫе һауа баҫымы аҫтында ергә төшөп етмәйенсә парға әйләнә. Сүллек – ямғыр аҫтында тороп та, еүешләнмәй ҡалған берҙән-бер урын.
*Американың Огайо штатындағы Уайнсберг ҡалаһында инде 100 йыл рәттән бер үк төндө – 29 июлдә ямғыр яуа. Был теүәллекте әлегә тиклем бер метеоролог та аңлата алғаны юҡ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: