+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
9 Сентябрь 2021, 10:00

Аҡыллы фил

Лиссабон зоопаркында Анголанан килтерелгән Улла ҡушаматлы филде халыҡ бик ярата.

Аҡыллы фил
Аҡыллы фил

Ул ҡыңғырау шылтырата һәм һыбыҙғыла уйнай белә. Ләкин быны бушҡа ғына эшләмәй. Сығышынан һуң, ҙур батмус тотоп, тамашасылар алдынан үтә һәм аҡса йыя.

Иң ҙур һөйләм

Швейцарияның Мартиньи-Виль ҡалаһында йәшәгән Урс Блазер донъяла иң оҙон һөйләм яҙған. Уның ижады 4284 һүҙҙән тора. Быға тиклем Праунройтанан Кристиан Респер беренселекте үҙ ҡулында тотоп килгән. Уның Бисмарк хаҡында яҙған эссеһы 2183 һүҙҙән булған.

Сәйҙең баһаһы арта

«Бер сынаяҡ сәй бирегеҙ әле», – был һүҙҙәрҙе американдар йыш ҡуллана хәҙер. Һуңғы йылдарҙа АҠШ халҡы бер йыл эсендә кәмендә 20 миллиард сынаяҡ сәй эскән. Кофеға хаҡ арт­ҡандан һуң, әле инде онотола барған сәй бында яратҡан эсемлеккә әүерелә бара икән.

Фото:social.eao.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: