Уларға комбинезон кейҙереп йөрөтөү, махсус уйынсыҡтар алыу, үҙҙәренә генә тәғәйенләнгән һауыт-һаба тотоу хәҙер беҙҙә лә ғәҙәти күренешкә әйләнде инде. Ә бына йорт хайуандары өсөн SPA салондар барыбер ғәжәпләндерә. Бразилияла, мәҫәлән, көнкүреш техникаһын, электр приборҙарын етештереүгә ҡарағанда улар өсөн индустрия нығыраҡ үҫешкән. Хатта шундай дәрәжәгә барып еткәндәр: ундағы хужабикәләр үҙҙәренең аяҡ-ҡул тырнаҡтарын тәрбиәләп, маникюр, педикюр эшләтмәһә, эшләтмәй, ә этен матурлыҡ салонына алып барыуҙы мотлаҡ һанай.
Фото: doggiebathhouse.com