+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
16 Ғинуар 2022, 15:05

Хайуандар донъяһында

Тейен бейектән һикергәндә ҡойроғон парашют итеп ҡуллана. Уға 50 ҡатлы йорт бейеклегенән һикереү ҙә ҡурҡыныс түгел.

Хайуандар донъяһында
Хайуандар донъяһында

Коала ғүмеренең 99 процентын ашап һәм йоҡлап үткәрә.

Иң оҙаҡ йәшәй торған бөжәк – термит. Инә термит 100 йәшкә етә ала.

Бүре балаһы зәңгәр күҙле булып тыуа. Һигеҙенсе айҙа күҙе һарғая.

Ук тип аталған тәлмәрйендә 2000-дән артыҡ кешене үлтерерлек ағыу бар. Ул иң ағыулы тәлмәрйен һанала. Был тәлмәрйен Үҙәк һәм Көньяҡ Америка урмандарында йәшәй.

Фото: https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: