+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
21 Октябрь 2021, 12:25

Кемдәр еңеүсе була?

Хикәйә

Иртәгә район үҙәгендә саңғы буйынса ярыш­тар башлана. Беҙҙең синыф мәктәптә спортта беренсе урында бара. Артабан да һынатмаҫҡа ине. Тик, ниңәлер, иң етеҙ саңғысыбыҙ Рәфис бөгөн мәктәпкә килмәне. Ярыш алдынан күнегеүҙәр үткәрергә кәрәк бит. Сәбәбен дә белмәйбеҙ. Исмаһам, шылтыратһа ни була?

Фәһим дуҫым менән уның хәлен белергә булдыҡ. Әгәр ҙә ярышта ҡатнаша алмаһа, барыбыҙ ҙа исемлектән төшөп ҡала.Беҙ барып ингәндә, Рәфис өйҙә юҡ ине. Әсәһе башын бәй­ләгән килеш ята. Атаһы ишекле-түрле йөрөй, эскән. «Мин һеҙҙе өйрәтермен әле, – тип бармағы менән янап, кемделер әрләй.

– Минең фатирымда йәшәйһегеҙ, ҡәҙеремде белмәйһегеҙ! Ҡыуып сығарам. Һеҙҙән башҡа ла йәшәй алам. Ағас төбө һайын араҡы шешә­һе, уларҙы йыйып тапшырһам, эсергә етә. Ә ашарға кәрәкмәй миңә».Ул маҡтанып өлгөрә алманы, полиция кейемендә ике кеше килеп инде. Шунда уҡ өй хужа­һын икеһе ике яҡтан тотоп алып сығып та киттеләр. Ни өсөн икәнен дә әйтеп торманылар. Күрәһең, кемдер хәбәр иткән.Әсәһе тора алмай ята. Рәфис­тең ҡайҙа икәнен дә белмәй. Беҙ аптырап ултырабыҙ. Сығып китһәк, әсәһе яңғыҙ ҡала. Медпункттағы фельдшерға шылтыратырға кәрәк булыр, тип уйлайбыҙ. Был турала әйткәс, Рәфистең әсәһе:

– Кәрәкмәй, йә балнисҡа һалып ҡуйырҙар. Рәфис бер үҙе нисек тора, – тине.

Аптырап бик оҙаҡ ултырманыҡ, тиҙҙән табип һәм шәфҡәт туташын эйәртеп, Рәфис үҙе килеп инде. Табип, әсәһен тикшереп ҡарағас, уға: – Әсәйеңдең хәле шәп түгел, өйҙә генә һауыға алмаҫ, дауаха­наға ятырға тура килер, – тине.

Бына ни өсөн Рәфистең һуңғы ваҡытта уҡыуы һүлпәнәйеп киткән икән. Беҙгә бит ул үҙ хәлен һөйләп барманы. Өйгә эштәрен дә әҙерләмәй килә ине. Тәнәфес араһында ғына арлы-бирле ҡараштырып ала торғайны. Ярай, үҙе зирәк, бер кемдән дә ярҙам һорамай.

* * *Хәҙер Рәфис өйҙә бер үҙе нисек торор? Беҙ уны үҙебеҙгә саҡырҙыҡ. Ул риза булманы.

– Йортта ҡош-ҡорт, кәзә-һарыҡ бар. Уларҙы ҡарарға, ашатырға кәрәк, – ти. Етмәһә, атаһы эсеү сәбәпле, бесәнде лә бик күп әҙерләй алмағандар.

– Улай булғас, беҙ килеп һиңә ярҙамлашырбыҙ. Алмашлап йоҡларға ла ҡалырбыҙ, – тинек уға.

– Ә ярыш буйынса иртәгә ни эшләйбеҙ? – тип борсолдо Фәһим.

– Ярышҡа барам, мотлаҡ барам. Йорт тирәһенә күҙ-ҡолаҡ булырға күршеләргә әйтеп китермен, – тине Рәфис.Беҙҙең күңел күтәрелеп китте. Кискә тиклем уның янында ултырып, һуң ғына йоҡларға яттыҡ. Саңғы ярышында беренселек беҙгә эләкмәне. Беребеҙҙең дә кәйефе юҡ ине шул. Ярар, тип йыуаттыҡ үҙебеҙҙе. Уҡыуҙа өлгәш буйынса алдынғылыҡҡа ынтылырбыҙ. Рәфис янына көн һайын киләбеҙ, бергәләп дәрес ҡарайбыҙ, өй эштәрендә ярҙамлашабыҙ, ашарға әҙерләшәбеҙ. Буш ваҡытта урамға уйнарға сығабыҙ. Кис булғас, ике синыфташ уның янында йоҡларға ҡала.

Бер көндө уйламағанда ғына өйгә ят кешеләр килеп инде. Араларында ауыл хакимиәте башлығы ла бар.– Рәфис улым, беҙ һине, әсәйең һауығып ҡайтҡансы, балалар йортона урынлаштырып торорға булдыҡ, – ти береһе.

– Атайың әллә ҡасан ҡайта. Әсәйең дә тиҙ генә сыҡмаҫ әле.Рәфис ҡурҡып китте.

– Юҡ, бармайым мин унда, – тине. – Йортта мал-тыуар, ҡош-ҡорт бар. Өйҙө ташлап булмай.

– Күршеләргә әйтербеҙ. Әсәйең ҡайтҡансы ҡарап торорҙар. Һинең яңғыҙыңды ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ.

– Әйҙә, әҙерлән, – тип кейенергә ҡуштылар. Рәфис аптырап, ҡаршы торорға көсө булмағанға борсолоп, беҙгә ҡараны.

– Юҡ, беҙ уны бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ, синыфыбыҙҙа былай ҙа балалар аҙ, – тинем мин.– Һеҙҙән рөхсәт һорап тормайбыҙ инде, – тип, береһе уның кейемдәрен эҙләй башланы. Шунан мин:

– Тороп тороғоҙ. Ике яҡтан күршеләрҙе алып киләбеҙ, – тип, Фәһим менән икебеҙ күрше инәйҙәрҙе алып килдек. Улар ҙа Рәфисте ситкә ебәреүгә ҡаршы төштө.– Әсәһе ҡайтҡансы үҙебеҙ күҙ-ҡолаҡ булып торорбоҙ, ярҙам итербеҙ. Ана бит, иптәштәренең дә ебәргеһе килмәй, – тинеләр. Шулай итеп, тырышлыҡ бушҡа китмәне: беҙ еңдек.Рәфистең әсәһе дауахананан шылтыратып тора. Оҙаҡламай ҡайтырмын, ти. Атаһынан ғына хәбәр юҡ. Уның өсөн Рәфис бик борсолоп та бармай. «Хол­ҡо төҙәлгәнсә ятһын», – ти.

* * *Сабыр иткән – мораҙына еткән, тиҙәр. Рәфистең әсәһе дауахананан ҡайтты. Бигүк һауығып бөтмәгән дә, шулай ҙа кәрәкле дарыуҙарын алып, үҙ алдына дауаланырға уйлаған. Беҙ уның иҫән-һау ҡайтыуына бик шатландыҡ. Әсәйҙән дә яҡын кем бар донъяла!Бер көндө шулай урамда аға алмай ятҡан ҡар һыуын сүп-сарҙан таҙартып йөрөйбөҙ. Шунда кемдер:– Рәфис, атайың ҡайтып ки­лә. Һөйөнсө! – тип ҡысҡыр­ҙы. Рәфис ҡайтырға ашыҡманы. «Тағы ла шау-шыулы тормош башланыр инде», – тип эсе бошто.

– Рәфис, ҡайғырма, атайың хәҙер төҙәлгәндер инде, – тип йыуатабыҙ. Ул әкрен генә ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Беҙ ҙә, ниндәйҙер хәүеф көткән кеүек, уға эйәрҙек. Ары-бире күңелһеҙ хәл килеп тыуһа, терәк булырбыҙ, тип уйланыҡ.Ҡурҡа-ҡурҡа ғына өйгә инәбеҙ. Атаһының кәйефе шәп.

– Ҡурҡмағыҙ, балалар! Мин хәҙер болармайым, тәүбәгә килдем. Төрмәлә мулла бар ине. Ул беҙгә дини дәрестәр бирҙе. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер курсты үттек, Аллаға шө­көр, – тип ҡаршы алды ул.Беҙ уға ышанырғамы, юҡмы тип, аптырап торабыҙ.

– Кешене наҙанлыҡ ниндәй түбәнселеккә килтерә. Электән шуны аңлаһам, эсмәҫ инем. Шул ҡәбәхәт араҡы арҡаһында күпме күҙ йәше, күпме бәхет­һеҙлек килтерҙем һеҙгә, кисерегеҙ мине. Бынан ары әсәйеңә лә, һиңә лә, улым, терәк булырға тырышырмын, Алла бойорһа. – Рәфистең атаһы ке­ҫәһенән бер ҡағыҙ киҫәге килтереп сығарҙы. – Был – миңә мулла биргән документ. Шуның буйынса минең мәсеттә башҡаларҙы өйрәтергә хо­ҡуғым бар. Тик әлегә ауылыбыҙҙа мәсет кенә юҡ. Уны барсабыҙ бер булып төҙөргә кәрәк, тип уйлайым.

Беҙ, өҫтөбөҙҙән ауыр йөк төшкәндәй, еңел һулап ҡуйҙыҡ. Шатлыҡ та ҡайғы кеүек бер-бер артлы килә икән. Уҡыуҙа, спорт ярышында алдынғылар булмаһаҡ та, дуҫлығыбыҙға барыһы ла көнләшерлек. Беҙ бер-беребеҙҙе ҡосаҡлап, һикереп алдыҡ. «Ура! Беҙ еңдек!» – тип, урамға атылып сыҡтыҡ. Рәфис­тең шатлығы өйгә генә һыйырлыҡ түгел ине шул был көндө.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: