+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
16 Ноябрь 2021, 12:12

Кем көслө?

Әлфинур ВАХИТОВА

 

Хикәйә

Балалар һаны күп булмағас, улар тиҙ үк танышып, дуҫлашып китте. Тик быны Замира ғына өнәп бөтмәне. Элек синыфташтары бөтәһе лә уға буйһона ине. Ә хәҙер әллә ни иҫәпкә алмайҙар. Етмәһә, староста итеп күрше ауылдан килгән Хәбирҙе һайланылар. «Яҡшы уҡый, йәнәһе. Мин дә насар өлгәшмәнем. Ул үҙен һәр яҡлап һәйбәт итеп күрһәтергә тырыша шул. Ыҫпай кейенеп йөрөй, уҡыу кәрәк-яраҡтарының да бөтәһе бар. Атаһы Себерҙә аҡсалы ерҙә эшләй, тиҙәр бит».Ҡыҙ Хәбирҙең насар сифаттарын эҙләй башланы. «Уны барыһы алдында ла фаш итерлек булһын», – тип уйланы.Шулай бер көндө оҙон тәнәфестә балалар коридор­ға сыҡҡас, уның сумкаһынан буяу ҡәләмдәрен сәлдерҙе. Әйҙә, яу һалып, бөтәбеҙҙең дә өҫтәл тартмаһын тикшер­һен. Мин уны бер кем дә белмәгән урынға йәшереп ҡуясаҡмын...Бына рәсем дәресе башланды. Хәбир сумкаһын ҡат-ҡат аҡтарып ҡараһа ла, ҡәләмдәр табылманы. Шулай ҙа тауыш сығарманы, кем алды, тип тә һораманы. Барыбер: «Мин алдым», – тип береһе лә әйтмәйәсәк. «Ярай, өйҙә икенсе төрлөләре бар», – тип үҙен йыуатты малай.Ҡайтҡас, был турала өләсәһенә әйткәйне, ул да ейәненең был ҡылығын хупланы. «Әгәр сумкаларын тикшереп йөрөһәң, иптәштәрең үҙеңә үпкәләр, беҙҙе уғрыға һанайһың, тиерҙәр ине», – тине.Бер ваҡыт ҡышҡыһын Хәбир синыфташтарын урман­ға сәйәхәт итергә саҡырҙы. Замира шунда уҡ ҡаршы төштө.– Унда нимә бар? Һыуыҡ ҡыуып йөрөүҙән ниндәй фай­ҙа? Саңғылар ҙа етешмәй, – тип бөтәһе өсөн үҙе яуап бирҙе. – Һеҙ, малайҙар, барығыҙ, әйҙә. Ә беҙ, ҡыҙҙар, ҡар крепосы янында сана шыуып уйнарбыҙ.Малайҙар бейек итеп ҡар тауы яһағайны. Тәнәфескә сыҡҡас, «Крепосты штурмлау» уйыны менән мауыҡтылар. Яндарына яҡын барырлыҡ та түгел. Ҡыҙҙар Замираның тәҡдимен ризалашып ҡабул итте.– Тыңлағыҙ, уйындың шарты былай: кемдәр ошо тауҙың башынан тура йүнәлеш алып, ҡапҡаға тиклем йығылмай шыуа ала, уға бер мәрәй яҙыла. Ҡапҡаны асып ҡуябыҙ. Кем дә кем бәрелмәй генә урамға сыға ала – ике мәрәй, – тине Замира уйынды башлап.Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне. Замира мәктәпкә инеп, буфеттан кәнфиттәр алып сыҡты. Һәр мәрәй һайын берәр кәнфит өләште. Тик белем тауына үрләү ҡар тауына менеү кеүек үк анһат түгел шул. Унда бер йығылып ҡалһаң, яңынан аяҡҡа баҫып, иптәштәреңде ҡыуып етеү ҡыйын. Дуҫлыҡ, берҙәмлек кәрәк.Ҡарлы-буранлы һыуыҡ ҡыш та үтеп китте. Балалар хәл иткес һуңғы сиреккә аяҡ баҫты. Оҙаҡламай шәмбе өмәләре башланды. Бер көндө балалар мәктәп ихатаһын сүп-сарҙан таҙартты. Байрамға йәм өҫтәп, ҡоштар һайрай, радионан кү­ңелле музыка яңғырай. Малайҙар һәнәк, тырмалар тотоп, сүп-сарҙы бер урынға өйә, ҡайһылары артынан һепереп бара. Ә ҡыҙҙар синыф бүлмәләрен, тәҙрәләр­ҙе йыуа. Замира ихатаға һепертке тотоп сыҡты. Унда һәр кемгә биләмәләр бүлеп бирелгән. Замира Хәбир янынан урын алды.– Ниңә ҡыҙҙар менән түгелһең? – тип аптыраны егет.– Ә һин ниңә ҡулыңа тырма тотоп эшләмәйһең? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе Замира.– Миңә хоккей ярышын ҡарарға кәрәк. Был турала малайҙарға әйттем. Мин көйөп ултырмаһам, «Салауат Юлаев» «Аҡ Барс»тан еңелеп ҡуйырға мөмкин. Шуға эшемде тиҙ генә бөтөрәм дә уйын ҡарарға китәм.Замираларҙың синыфына быйыл күрше ауылдан башлан­ғыс мәктәпте тамамлаған яңы уҡыусылар өҫтәлде. Ул ашыға-ашыға үҙ биләмәһендәге сүптәрҙе һепер­ҙе лә машинаға илтеп һал­ғас, ҡайтып китте. Замираға шул ғына кәрәк ине. Үҙ биләмәһендәге сүп-сарҙың яртыһын Хәбир һепергән ергә сығарҙы ла өйҙө.Эш аҙағына уның янына синыф етәксеһе килде.– Ниңә сүп-сарыңды йыйып машинаға илтеп һалмайһың? Бында тороп ҡал­һа, яңынан бөтә ихатаға тараласаҡ бит, – тине.– Был сүптәр минеке түгел, Хәбирҙеке лә...– Ә ул үҙе ҡайҙа?– Хоккей ҡарарға китте. Начальник бит. Нимә теләй, шуны эшләй.– Бар тиҙерәк йәшникле арбаны алып кил. Оҙаҡламай машина китә бит, – тип бойорҙо уҡытыусы.Замира уңғанланып, тиҙ генә арбаны килтерҙе лә сүп-сарҙы алып барып та һалды. «Вәт, Хәбирҙе мәсхәрәгә ҡалдырҙым. Эләгәсәк үҙенә», – тип эсенән ҡыуанып бөтә алманы.Икенсе көндө ул иртәрәк торҙо ла тиҙерәк мәктәпкә ашыҡты. Кәйеф күтәренке. Үс алынды бит. Ашығып ишекте асып ингәс, коридорҙа өйөлөшөп баҫып тор­ған балаларҙы күреп, аптырап китте. Яҡыныраҡ барып ҡарағас ҡына уларҙың мәктәп стена гәзитен уҡып торғандарын күрҙе. Өмәлә кемдәрҙең нисек эшләгәне тураһында яҙғандар икән. «Шул арала нисек өлгөрҙөләр икән?» – тип аптырап һоҡланырға ла өлгөрмәне, ҡапыл күҙенә бер фото сағылды. Унда ул үҙе һеперелгән сүптәрҙе туҙҙырып йөрөй. Замира шаңҡып ҡалды. «Ҡара һин уларҙы, кемдең нисек эшләгәнен ҡарап торғандар икән. Хәҙер күҙҙе лә астырмаҫтар инде», – тип ни эшләргә лә белмәне.Балаларға мәктәп залына йыйылырға ҡуштылар. Ҡыҙ­ҙың йөрәге «жыу» итеп ҡалды. «Хәҙер мине тикшерерҙәр инде», – тип урамға сығып китергә булды, тик ҡаршыһына уҡытыусылар килгәнен күреп, ҡаушап төштө. Араларында ят ҡунаҡ та бар. Замира кире боролдо.Балалар урындарына ултырғас, директор һүҙ алды.– Ҡәҙерле уҡыусылар! Бына беҙ уҡыу йылының һуңғы сирегенә лә аяҡ баҫтыҡ. Уҡыуҙағы уңыштары­ғыҙ һөйөнөслө, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштығыҙ. Бына әле мәктәп ихатаһын ялт иттереп та­ҙартып ҡуйҙығыҙ. Афарин! Хәҙер һүҙҙе ҡунаҡҡа – Хәбирҙең атаһына бирәбеҙ, – тине. Замираның йөрәге дарҫлап тибә башланы. – Ҡәҙерле балалар, һеҙҙең яҡшы уҡыуығыҙҙы, матур эштәрегеҙҙе күреп, бик шатландым. Ә мин үҙем мәктәп ихатаһына хоккей майҙансығы төҙөргә ярҙам итергә булдым. Шундай тырыш, уңған балалар һау-сәләмәт булып та үҫергә тейеш бит. Киләсәктә лә үҙ-ара дуҫ, татыу һәм көслөбулығыҙ!Дәррәү ҡул сабыуҙар, рәх­мәт һүҙҙәре залды яңғырат­ты. «Беҙ һынатмабыҙ, тыры­шырбыҙ», – тигән вәғәҙәләр ҙә ишетелде. Балалар үҙ-ара бәхәсләшеп, илһамланып, сәмләнеп таралышты.Замира ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хәбир янына килде.– Хәбир, һинең яҡшы уҡыуыңа, бөтә уҡыусыларҙың ихтирамын яулауыңа көнләшеп, мин аламалыҡтар эшләнем. Бер ваҡыт буяу ҡәләмдәреңде урланым. Тик һин ғауға сығарманың. Синыфтағы берҙәмлекте тарҡаттым. Унда ла өндәшмәй ҡалдың. Шәмбе өмә­һендә һин таҙартҡан май­ҙанға сүп-сар өйҙөм. Өндәшмәнең. Һин – көслө ке­ше, кисерә алһаң, ғәфү ит мине, – тине.– Һин дә маладис, үҙ хатаһын танып, ғәфү үтенә белгәндәр ҙә көслө була, – тине Хәбир. Аҙаҡтан: «За дружбу, за мир, Замира», – тип ҡыҙға ҡулын һуҙҙы. Шулай ике аралағы аңлашылмаусанлыҡ, кәртә юҡҡа сыҡты. Замира, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, тыныс­ланып, йылмайып, Хәбир­ҙең ҡулын ҡыҫты.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: