Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Апрель 2019, 14:54

Уҡытыусы шулай буламы?

Хәҙер күҙәтеү камералары күпләп ҡуйыла, һәр кемдең ҡулында – смартфон. Мәктәптә лә һәр уҡыусы камера менән «ҡоралланған».

Хәҙер күҙәтеү камералары күпләп ҡуйыла, һәр кемдең ҡулында – смартфон. Мәктәптә лә һәр уҡыусы камера менән «ҡоралланған». Һис юғы шунан ҡурҡһын ине анау уҡытыусы йәш кенә ҡатын. Красноярск ҡалаһында бер синыфта булған хәл тураһында әйтәбеҙ. Инглиз теле уҡытыусыһы ике VIII синыф уҡыусыһына, ҡыҙҙарға ҡул күтәргән. Быны бүтән уҡыусылар видеоға төшөргән. Әле уны интернетта ҡарарға була. Педагог исемен күтәреп йөрөгән кеше берәүһенең күҙен күгәртә һуҡҡан, икенсеһенең мейеһе һелкенгән, сәсенән һөйрәп, партаға башын бәргәс ни, күгәргән, сыйылған урындары ла бар икән. Бөтәһе лә һүҙ көрәштереүҙән килеп сыҡҡан. Ҡыҙҙар хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙған, уҡытыусы эшенән ебәрелгән.
Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә барҙыр, әлбиттә. Әммә видеоны ҡараһаң, был инглиз теле уҡытыусыһы кейгән кейеменә, ялбыр сәсенә, ҡыланышына ҡарағанда бер ҙә генә педагогҡа оҡшамаған.