-19 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Май 2019, 06:16
Матурлыҡҡа хайран ҡалабыҙ
Ял көнө. Мин өләсәйемдә ҡунаҡта. Тәмле йоҡомдан сут-сут һайрап, турғайҙар уятты. Ашап алғас, тышҡа сыҡтым. Гөрләшеп йырғанаҡтар ағып ята икән дә!
Тиҙ генә ҡағыҙ кәмәләр яһап, йөҙҙөрөп ебәрҙем. Яныма әхирәттәрем дә килеп етте. Улар йылғала боҙ киткәнен хәбәр итте.
Ҡапыл моңло итеп һайраған турғай тауышын ишетеп, күккә ҡараныҡ. Бәй, был һабантурғай бит! Шунан әхирәттәрем менән бергә тәбиғәтте күҙәтә башланыҡ. Ағастар бөрөләнә башлаған. Матурлыҡҡа хайран ҡалып, шиғыр ҙа яҙҙым әле.
Яҙ ҙа етте, көрттәр бөттө,
Ҡояш сағыу йылмая.
Тышта бик тә рәхәтләнеп
Йүгерә бала-саға.
Уйнап арығас, әхирәттәрем йорттарына ҡайтып китте. Мин дә өйгә ыңғайланым. Бына шулай бик күңелле үтә ял көндәрем. Ә һеҙҙеке нисек уҙа, дуҫтар?
Алтынай АҠМАНОВА, II «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.
Читайте нас в