-9 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Май 2019, 12:30

Өйҙә барыбер яҡшыраҡ

Стәрлетамаҡ районы Ҡуғанаҡ балалар йорто тәрбиәләнеүселәре араһында һәләтле балалар бик күп.

Һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл менән булыша. Кемдер бәйләй, балаҫ һуға, кейеҙ баҫа, икенселәр квиллингты үҙ итә, сәйләндән төрлө әйберҙәр яһай. Үҙҙәренең ҡул эштәрен төрлө конкурстарға ебәреп, призлы урындар ҙа яулайҙар. Был уҡыу йылында ғына 10 халыҡ-ара, 17 Бөтә Рәсәй, 13 республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеүсе, призёр булғандар. Мәҫәлән, Максим Иҙрисов («Ижад ит! Ҡатнаш! Ең!» халыҡ-ара), Виктория Иҙрисова һәм Ирина Никифорова («Рәсәй таланттары» халыҡ-ара), Әлмир Абдуллин («Алтын балыҡ» Бөтә Рәсәй дистанцион), Таня Никулина, Марат Иҙрисов, Даша Колеганова, Альбина Владимировалар («Балалыҡ йондоҙҙары» республикабыҙҙағы балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре араһында).

Уҡыуҙа, ижади бәйгеләрҙә һәм спортта һынатмағандар иҫтәлекле урындарға сәйәхәткә алып барыла. Ҡайҙа ғына булмағандар: Мәскәү, Волгоград, Һамар, Екатеринбург, Ульяновск, Сочи, Ҡазан ҡалаларын барып күргәндәр.

Бында ниндәй генә һәйбәт шарттар булдырылыуға ҡарамаҫтан, һәр бала атай-әсәйле булырға теләй. Һуңғы биш йылда 52 тәрбиәләнеүсе ғаиләгә урынлаштырылған. Башҡа балаларҙың да атайлы-әсәйле бул­ғылары килә. Шундайҙарҙың береһе – бер туған Альбина, Радмир, Тимур (һүрәттә). Был балалар бик аралашыусан, шаян, яңы асыштар яһарға ярата, мөғжизәләргә тиҙ ышанып бара. Кемдәр улар менән ҡыҙыҡһынып, үҙҙәренә алырға теләй, 8 (347) 244-82-09 телефоны буйынса мөрәжәт итә ала.