-9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Сентябрь 2019, 13:22

Премияға дәғүәселәр билдәләнде

Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны кем алыр икән? Белеүегеҙсә, ул йыл һайын журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәргә бирелә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар биреү буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, түбәндәге дәғүәселәрҙе лә билдәләне:

1. Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире. Ошо гәзиттә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн гәзит редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

2. Әхмәтшин Рафиҡ Үзбәк улы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе. Ошо телеканалда эфирға сыҡҡан телерепортаждар серияһы өсөн телеканал хеҙмәткәрҙәренең ижади коллективы тәҡдим итте.

3. Ғиззәтуллин Азат Әмир улы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы таҫмаһында баҫылған мәҡәләләр серияһы өсөн мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәрҙәренең ижади коллективы күрһәтте.

4. Ефремов Дмитрий Александрович, «Коммунист Башкортостана» гәзитенең баш мөхәррире. «Предпринимательство Республики Башкортостан: события, факты, люди» ике томлығына ингән материалдар серияһы, «Коммунист Башкортостана», «Советская Россия», «Республика Башкортостан», «Истоки» гәзиттәрендә, «Ватандаш» журналында баҫылған материалдары өсөн гәзит редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

5. Завричко Эмилия Раисовна, «Молодёжная газета» редакцияһы хәбәрсеһе. Ошо баҫмала донъя күргән мәҡәләләр серияһы өсөн гәзиттең ижади коллективы тәҡдим итте.

6. Иванов Василий Иванович, юстицияның өлкән советнигы. «Жизнь, отданная служению России» китабы өсөн «Независимая газета+» редакцияһының ижади коллективы күрһәтте.

7. Рыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы хеҙмәткәре. «Һаҡмар» гәзитендә, «Башҡортостан ҡыҙы», «Аманат», «Тамаша» журналдарында, «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» электрон ресурсында баҫылған мәҡәләләр серияһы; «Һүнмәҫ йондоҙҙар» китабы өсөн Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзите редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

8. Ҡаһарманова Гөлшат Әнүәр ҡыҙы, «Шоңҡар» журналы редакцияһының бүлек мөхәррире. Ошо журналда баҫылған интервью һәм очерктар циклы өсөн редакцияның ижади коллективы күрһәтте.

9. Кинйәбулатов Азат Уран улы, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты. «Традиции прошлых лет» (авторҙаштары – В.Н. Павлов, Г. Г.Максимов) һәм «Народные комиссары и министры здравоохранения Республики Башкортостан (1919-2019)» (авторҙаштары – М.В. Забелин, А.А. Евсюков, Р.Т. Зәйнуллин) китаптары өсөн Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы, Башҡорт дәүләт медицина университетының беренсел ойошмаһы тәҡдим итте.
10. Ҡотлогилдина Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы, журналистика ветераны. «Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе» (авторҙашы – Н.Б.Мәһәҙиев) китабы өсөн «Ағиҙел» журналы редакцияһының ижади коллективы күрһәтте.

11. Ҡотошов Рамазан Нурғәли улы, тарих фәндәре кандидаты. «Ҡарайған» китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы тәҡдим итте.

12. Мурзина Динә Мөхәмәт ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе. Разамасова Айгөл Сибәғәт ҡыҙы, «Ишембай телевидениеһы» муниципаль автономлы учреждениеһының сығарыусы мөхәррире. «Зәки Вәлиди: вариҫтар хәтере» телефильмы өсөн Ишембай телевидениеһы хеҙмәткәрҙәренең ижади коллективы тәҡдим итте.

13. Ниғмәтуллина Вәрисә Рәхим ҡыҙы, Башҡортостан юлдаш телеканалында мәғлүмәт тапшырыуҙарының баш редакцияһы комментаторы. Телеканал эфирында сыҡҡан ижтимағи-сәйәси программалар циклы өсөн телеканал хеҙмәткәрҙәренең ижади коллективы күрһәтте.

14. Таһиров Эдуард Йософ улы, журналистика ветераны. «Этюды о друзьях, коллегах, соратниках» китабы өсөн Көйөргәҙе районы «Көйөргәҙе» гәзите редакцияһының ижади коллективы күрһәтте.

15. Хәбибуллин Фәнүз Афғал улы, «Кызыл тан» гәзите редакцияһының сәйәсәт бүлеге мөдире. Ошо баҫмала донъя күргән мәҡәләләр серияһы өсөн гәзит редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

16. Шафиҡова Лилиә Айрат ҡыҙы, «Вся Уфа» телекомпанияһының спорт тапшырыуҙары етәксеһе. «Вся Уфа» телекомпанияһы эфирында сыҡҡан телевизион тапшырыуҙар серияһы өсөн «Вся Уфа» телекомпанияһының ижади коллективы тәҡдим итте.

17. Янышев Фәнис Фәтих улы, журналистика ветераны, яҙыусы. «Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары» китабы өсөн Бишбүләк районы «Яҡты юл» гәзите редакцияһының ижади колективы күрһәтте.

Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе 2019 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Фекерҙәрҙе, тәҡдимдәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында әйтергә, ошо адресҡа хат яҙырға: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 912-се офис, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы, телефон-факс: 276-42-66.

Конкурсҡа үткән эштәр 2019 йылдың 27 сентябренә тиклем тикшерелә.

Читайте нас в