-15 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Сентябрь 2019, 17:12

Ҡылыҡтары юҡ

Маршрут автобусына шаулап-гөрләп 5 – 6 үҫмер килеп инде. Ҡысҡырып һөйләшәләр, көләләр. Телмәрҙәрендә оятһыҙ һүҙҙәр ҙә күп, ҡыҙҙары ла ни һөйләгәндәрен үҙҙәре лә ишетмәй инде әллә?!

Үҙҙәрен бигерәк иркен тоталар, урман уртаһындалармы ни? Был тиклем тәртипһеҙлекте тәүгә күрҙем.
Алда ултырған бер оло ғына апай иҫкәрмә яһаны, ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр. Артабан тағы бер нисә пассажир: «Һеҙ йәмәғәт транспортында бит, шымыраҡ һөйләшегеҙ», – тип тыйып ҡараны. Фәтеүә юҡ. Шунда бер ҡатын улар менән эләгешеп, һуғышып киттеләр. Әстәғәфирулла! Уҡыусы ҡыҙ ҡатындың сәсенә йәбешкән дә ысҡындырырға уйламай ҙа. Башҡа һыймай был хәл, нимә эшләргә лә белеп булмай. Әлдә яндарындағы бер ир-уҙаман айырҙы. Туҡталышҡа килеп еткәйнек инде, бер аҙ шөрләнеләрме, теге үҫмерҙәр: «Төштөк әйҙә, төштөк», – тип бөтәһе бергә ишеккә табан йүгерҙе.
Был күренеш тураһында нимә әйтергә мөмкин? Ниңә ҡайһы бер үҫмерҙәр үҙҙәрен тота белмәй? Ә бит имандарын уҡытырға ла була ине: полиция саҡыртырға ла протокол төҙөп, яуаплылыҡҡа тарттырырға, мәктәптәренә хәбәр итергә...
Үҫмерҙәр күмәкләп йөрөгәндә, бер-береһенә ышанып, ышыҡланып, үҙҙәрен шулай аяуһыҙ, тәртипһеҙ тотоусан була. Шул рәүешле енәйәт эшләп ҡуйыуҙары ла ихтимал. Тормошта ундай насар миҫалдар етерлек ул. Әҙәп тигәнде онотмаһындар ине...

Читайте нас в