-27 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Сентябрь 2019, 11:21

Ҡошсоҡтарыбыҙҙы осорҙоҡ

Йәйге ялдан һуң эшкә сыҡҡас, күңелдәр ҙә бер аҙ болоҡһой, ниҙер етмәй һымаҡ. Сәбәбе уның былай: төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан, синыфтан тыш сараларҙы алып барған, гимназиябыҙҙың йөҙөк ҡашы булған XI синыф уҡыусыларының булмауы.

Йыл һайын был хәл ҡабатланып торғас, өйрәнеп тә кителә. Беренсенән, юҡ­һын­һаҡ, икенсенән, уҡыусыларыбыҙҙың үҙҙәре теләгән һөнәрҙәре буйынса юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙәре шатландыра.

Уҙған уҡыу йылында 3-сө республика башҡорт интернат- гимназияһы 37 уҡыусыһын оло тормош юлына оҙатты. XI «Б» синыфынан Эвелина Түләкова, Гөлфиә Тунасова, Илһам Килмәтов, Юлиә Закурдаева, Гөлнара Мурасова, XI «А»нан Гөлдәриә Ғайсина, Алина Ишмөхәмәтова белем усағын ми­ҙал­ға тамамланы. Ҡала, республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференциялар, матурлыҡ конкурс­тары еңеүсеһе, төрлө сараларҙы алып барыусы Розалина Ибраһимова уҡыу йортобоҙҙоң йыл да иң әүҙем, иң тырыш уҡыу­сыһына тапшырыла торған Кинйә Арыҫланов премияһына лайыҡ булды.

Июнь бөткәнсе, БДИ-ны яҡшы бирһендәр инде, тип ҡайғырһаҡ, июль, август буйына һөҙөмтәләрҙе көттөк, балалар менән бергә яндыҡ, көй­ҙөк, шатландыҡ.

Быйыл дүрт уҡыусыбыҙ яңы уҡыу йылында Татарстанға юлланды. Гөлфиә Тунасова Ҡазан федераль университетының математика һәм мәғлүмәт технологияһы факультетында уҡыһа, ә Аделина Әбүшахмина ошо уҡыу йортонда уҡ халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса белем аласаҡ. Розалия Әйүпова Ҡазан милли эҙләнеү техник университетына ҡабул ителде. Азат Ишкинин Архитектура һәм төҙөлөш колледжында төҙөүсе һөнәрен үҙләштерәсәк.

Игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ Лиана менән Диана Макаровалар Псковта Рәсәйҙең ФСИН академияһында хоҡуҡ һаҡлау нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Биш уҡыусыбыҙ табип булмаҡсы, Эвелина Түләкова (дауалау факультеты), Аделина Ғәйнетдинова, Лиана Солтангәрәева (педиатрия), Юлиә Закурдаева (стоматология), Гөлдәриә Рафиҡовалар (фармация) Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары булып ҡыуанды. Илһам Килмәтов менән Гөлнара Мурасова Өфө дәүләт нефть техник университетында белем үрҙәренә үрләйәсәк. Ринат Вәлидов Өфө дәүләт авиация техник университетын һайлаһа, Диана Юлдашбаева (аҙыҡ-түлек технологы) менән Ләйсән Хәлилова (ландшафт буйынса архитектор) Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыуҙарын дауам итәсәк. Алина Мөхәмәҙиева Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның педагогика һәм психология факультеты студенткаһы булып һөйөндө.

Республикабыҙҙың төп уҡыу йорто булған Башҡорт дәүләт университетына ла инеүселәр күп. Улар – Илһам Боҫҡанов (радиофизика), Тимерлан Дәүләтшин (электроника һәм нанотехнология), Розалина Ибраһимова, Алина Ишмөхәмәтова (юристпруденция), Алина Сәйфетдинова (мәғлүмәт хәүефһеҙлеге), Гөлдәриә Гайсиналар (социология). Ә БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалын Кәрим Әхмәтйәнов (тарих), Азалия Бузлакова (юриспруденция), Гөлдәриә Торошова (педагогика һәм психология), Рената Яҡупова (филология) һайлаған.

Ырымбур ҡалаһына ла юлланыусылар бар. Юлиә Әминева медицина университетының дауалау факультетында уҡыясаҡ, ә Ил­сур Ҡотлобаев Ырымбур дәүләт университетында хәүефһеҙлек буйынса белгес буласаҡ. Ырымбур аграр университетында Фәнизә Шәйәхмәтова – эколог, Камила Сирғәжина биотехнолог булып сығасаҡ. Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалында Илназ Ғәлиев автомобилдәр буйынса белгес һөнәрен үҙләштерәсәк.

Ҡайһы бер уҡыусыларыбыҙ һөнәри уҡыу йорттарында белем аласаҡ: Тәслимә Хәмитова ( Өфө финанс колледжы), Наил Сәхиуллин (Өфө энергетик колледжы), Дилә Вәлидова (Стәрлетамаҡ медицина колледжы), Эдуард Нурғәлиев (Өфө радиоэлектроника колледжы).

Беҙ уҡыусыларыбыҙҙың яңы урында ла башҡаларға өлгө булып, тырышып уҡыуҙарын теләйбеҙ. Алған белемдәрен тыуған ер, республикабыҙ үҫеше өсөн ҡулланырға яҙһын.


Әлфиә РӘЖӘПОВА, башҡорт теле, Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы.

Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас в