Ҡунаҡтар өсөн тематик майҙансыҡтар бүленәсәк. Балалар үҙҙәрен табип, журналист, янғын һүндереүсе, полицейский – төрлө һөнәр эйәһе булып һынай ала. Уларҙы ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ҙа көтә.
Быйыл «Хәтәр мажаралар» тигән мөғжизәле квест та ойошторола. Әүҙемерәктәр командаларға бүленеп, исем, девиз һайлап, капитандар етәкселегендә парк эсендә алдан билдәләнгән маршрут буйынса сәйәхәткә сығасаҡ.
«Уфанет» компанияһы әҙерләгән «Беренселәр аллеяһы» ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Унда кескәйҙәрҙең исемдәре, һайлаясаҡ һөнәрҙәренә арналған хыялдары яҙып эленәсәк.
Байрам тылсымлы сюрприз менән тамамланасаҡ. Уныһы сер булып ҡалһын.
Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ («Матбуғат йорто» туҡталышы).
Килегеҙ, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ.