Әле бына Яңауылда алты көн буйына әсәһенең үле кәүҙәһе янында көн итергә мәжбүр булған алты йәшлек малай тураһында яҙалар. Хәҙер һәр кемдә телефон бар, нисек бер аҙнаға яҡын был тулы булмаған ғаиләнең хәлен белеүсе булманы икән? Аптырарлыҡ, ҡот осҡос күренеш.
Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына хәбәр итеүенсә, бала әле Яңауыл үҙәк дауаханаһында, хәле ауыр, әммә төҙәлеүгә бара. Уның менән психолог эшләй. Республика балалар клиник дауаханаһынан табиптар, профессорҙар килгән. Малайҙың әсәһенең Мәскәүҙә йәшәгән апаһы ла тиҙ арала ҡайтып еткән.
Яңғыҙ ҡатындың үлем сәбәптәре әлегә билдәһеҙ, суд-медицина экспертизаһы үткәреләсәк. Бала ҡараулы, тәрбиәле булған. Был ваҡиғанан һуң райондың мәктәп һәм балалар баҡсалары етәкселәренә ошондай ғаиләләрҙе айырым контролгә алырға, иғтибарлыраҡ булырға ҡушылған.