-11 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Сентябрь 2019, 14:19

«Орлёнок»тан – еңеү менән!

Арсен Ниғмәтуллин V синыфта уҡый. Үҙе бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, уның портфолиоһын өс тиҫтәгә яҡын Маҡтау ҡағыҙы һәм дипломдар биҙәй. Мәктәптәге һәм райондағы бер сара ла унһыҙ үтмәй тиерлек. Ә нимә менән шөғөлләнә һуң ул?

Арсен башҡорт халыҡ бейеүҙәрен баш­ҡара. Уның оҫта бейеүсе икәнен Әбйәлилдә генә түгел, Башҡортостанда ла беләләр.
Ауылдашыбыҙ республика балалары өсөн үткәрелгән «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсында 2016 йылда – «Маршрут» (ҡуйыу­сыһы һәм етәксеһе – Радик Хәлилов), 2018 йылда – «Мораҙым» (ҡуйыусыһы һәм етәксеһе – Илмир Үҙәнбаев) башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән I урындарҙы алып ҡыуандырҙы. Ә инде Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы быйылғы бәйгелә «Генерал Игзаков» бейеүен башҡарып, ниһайәт, Гран-при яулауға иреште. Арсен был еңеүе өсөн «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар ял лагерына юллама менән бүләкләнде. Гран-при таҫмаһын уға республиканың иң ҙур концерт залында йомғаҡлау концертынан һуң Каринэ Хәбирова бәйләне. Төрлө ойошмалар үҙҙәренең ҡиммәтле бүләктәрен тапшырҙы.
Арсен менән бергә Башҡортостандан «Орлёнок»ка тағы ла 11 бала юлланған.
– Өфөнән ике тәүлек ярым поезда Туапсеға барҙыҡ, унан инде автобустар «Орлёнок»ка алып китте. Беҙ йәшәгән биналарҙы мискәләргә оҡшатып эшләгәндәр. Отрядта 17 кеше булдыҡ. Аҙнаһына өс тапҡыр диңгеҙҙә һыу индек, төрлө музейҙарға йөрөнөк. Көн дә кискеһен дискотека ойошторолдо, яңы дуҫтар таптым, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.
Лагерҙа бейеү буйынса ике конкурста ҡатнашып, I һәм II урындар алып, бик һирәктәргә генә бирелә торған «Орлята» билдәһе менән бүләкләнгән. Әбйәлил районында уны 30 йыл элек Тал Ҡусҡары ауылынан Рөстәм Баһауев ағай алған булған. Хәҙер ул – район мәҙәниәт йортонда уҡтан атыу буйынса түңәрәк етәксеһе.
Арсен Ҡара диңгеҙҙән иҫтәлеккә диңгеҙ таштары, ҡабырсаҡтар йыйып, яңы дуҫтар табып, рәхәтләнеп ял итеп, яңы уҡыу йылына көс туплап ҡайтты. Уға тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешергә яҙһын.
Читайте нас в