Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2019, 11:40

Һәр әсәгә бала ғәзизме?

Ниңә ҡайһы бер атай-әсәйҙәр араҡыны ғәзиз балаларына ҡарағанда ла өҫтөн күрә икән?!

Бөрө ҡалаһында төшөрөлгән видеоролик менән республиканың Тикшереү комитеты ҡыҙыҡһына. Ниндәй яҙмамы? Урамда кешеләрҙән үҙенә башлыҡ һатып алырға аҡса һорап йөрөгән малай төшөрөлгән унда.
– Куртка менән бейәләйем генә бар. Өйҙә иҫеректәр, – ти малай. «Ә һин полицияға әйт», – тигәнгә:
– Юҡ, әйтмәйем, мине былай ҙа беләләр: полиция ла, ашығыс ярҙам да, опека органдары ла, – ти...
Үҙенә балалар йортона эләгеү ҡурҡынысы янағанын да аңлай ул. Хәйер, эскесе, балаһын ҡайғыртмаған ғаиләгә ҡарағанда приютта йәки балалар йортонда йәшәү уның өсөн яҡшыраҡтыр инде ул. Әммә һәр бала, ата-әсәһе ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы ярата, һағына, көтә. Эскелек ҡорбандары ғына быны аңлауҙан йыраҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шулай итеп социаль етемдәр күбәйә инде...
Читайте нас в