Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 16:45

Теште мәктәптә лә дауалап буласаҡ

Ҡайҙалыр барып йөрөгәнсе, үҙ мәктәбеңдә генә тешеңде дауалаһаң, ҡайһылай һәйбәт буласаҡ. Аллаға шөкөр, белем усаҡтарында стоматология бүлмәләре асыла башланы.

Республикабыҙҙа теш табибы бүлмәләрен булдырыу «Ҡанатлан» мәғариф проектына ярашлы «Сәләмәт йылмайыу» проектын индереү сиктәрендә алып барыла. Стоматология бүлмәләре мәктәптәрҙә уҡыусылар һаны 800 кешенән ашҡан осраҡта асыласаҡ.
«Сәләмәт йылмайыу» проекты ҡайһы бер белем биреү учреждениеларында эшләй башлаған да инде. Мәҫәлән, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡыусылар үҙҙәрендә профилактик ҡарау үтә, тештәрен дауалай.
Республикабыҙҙың район-ҡалаларындағы мәктәптәрҙә 64 стоматология бүлмәһе асылыуы көтөлә.
Читайте нас в